Спорт
7 Августа , 13:57

Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!

Бөгөн, 7 августа, Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында ҙур спорт байрамы уҙҙы. Матур йола буйынса Бөтә Рәсәй физкультурниктар көнө алдынан сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаусыларҙы, киләсәк чемпиондарҙы тәрбиәләүселәрҙе һәм төрлө кимәлдәге ярыштарҙа тыуған яҡты данлаусыларҙы ҡотланылар.

Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!
Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!

Ишембай ҡалаһы районының күренекле тренерҙары, спорт ветерандары, физик культура уҡытыусылары, шулай уҡ йәш атлеттары лайыҡлы наградалар, маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары алды.

Сәләмләү һүҙе менән муниципаль район хакимиәте етәкселеге һәм физик культура идаралығы вәкилдәре мөрәжәғәт итте. Улар Ишембайҙың һәр ваҡыт үҙенең спорт традициялары менән дан тотоуын билдәләне.

Ижади сығыштар ҡунаҡтар өсөн сағыу бүләк булды. Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә ҡаланың иң яҡшы вокал башҡарыусылары һәм хореография коллективтары сығыш яһаны.

 

Автор фотолары.

Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!
Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!
Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!
Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!
Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!
Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!
Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!
Һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ - беҙҙең ғорурлыҡ!
Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас