Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль , 16:03

Алсаҡ күңелле егет ине

Бөгөн, 7 февраль, ҡалабыҙҙың "Юрматы" физкультура-һауыҡтырыу комплексында махсус хәрби операцияла бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Фидан Шафиҡовтың иҫтәлегенә мини-футбол турниры уҙҙы. Ярышты райондың спорт идаралығы "Торатау" гәзите менән берлектә өсөнсө йыл рәттән ойоштора.

Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине

Ярышта Петровск, Урман-Бишҡаҙаҡ, Ишәй, Байғужа, Әрмет ауыл советтарынан, Ишембайҙың нефть колледжынан һәм Ишембай һөнәрселек колледжынан командалар ҡатнашты.

Спортсыларҙы Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Илшат Исмәғилев, Башҡортостан Республикаһы буйынса МХО ветерандары ассоциацияһының Ишембайҙағы бүлексәһе етәксеһе Дамир Ниғмәтуллин, яугирҙың әсәһе Рузалия Шафиҡова, "Торатау" гәзитенең баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Ғиниәтуллина сәләмләне. 

Ярышсылар Фидан Шафиҡов менән ҡасандыр нәҡ ошо футбол аша танышыуын белдерҙе, уның спорт һөйгән, алсаҡ күңелле егет итеп хәтергә алды.

Турнир тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ. 

 

Автор һәм Гөлназ Ғиниәтуллина фотолары.

Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Алсаҡ күңелле егет ине
Автор: Миля Мазитова
Читайте нас