Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ғинуар , 18:39

Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!

Ишембайҙың йәш спортсыларына буран да, ҡар һырынтыһы ла ҡурҡыныс түгел. Йырҙа йырланғанса, иң мөһиме – өйҙәге һауа торошо.

Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!

Бөгөн, 5 ғинуарҙа, Спорт һарайында ҡышҡы ғаилә старты көнө ойошторолдо. Был сарала йәш көрәшселәр һәм дзюдоистар – тренерҙар Заһир Ғариповтың һәм Александр Кононовтың тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Уларҙың ата-әсәләре, өлкән ағайҙары һәм апайҙары ҡул сабып, еңеүгә дәртләндереп торҙо.

- Мин үҙем дә – Александр Валерьевичтың тәрбиәләнеүсеһе, дзюдо менән бына етенсе йыл шөғөлләнәм, - тип ихлас уртаҡлашты Ишембай нефть колледжының икенсе курс студенты Максим Каньков. – Бөгөн ҡышҡы стартта бәләкәй һеңлем менән ҡустым ҡатнаша, улар ҙа шул уҡ тренерҙа дэюдо менән шөғөлләнә. Беҙ әсәйем менән бәләкәстәрҙе еңеүгә дәртләндерергә килдек. Бик шәп. Балаларға телевизор алдында ятырға йәки телефонда уйын уйнап, видеолар ҡарап ултырырға форсат юҡ. Иң мөһим нәмәләрҙең береһе – сәләмәт тормош алып барыу.

Дзюдо менән яңыраҡ шөғөлләнә башлаған Андрей Акшенцевтың да әсәһе был спорт сараһынан бик ҡәнәғәт ҡалды.

- Андрей өсөн был спорт төрө – яңы асыш. Ул күнекмәләргә ҙур ҡыуаныс менән йөрөй, - тине Екатерина Акшенцева. – Бөгөнгө ҡышҡы старт каникулдарҙа балалар өсөн бик файҙалы сара. Ул балаларҙың дуҫлығы һәм ата-әсәләрҙең тығыҙ аралашыуы өсөн бик мөһим.

Дзюдоистарҙан һәм көрәшселәрҙән торған командаларға беренсе, икенсе һәм ике өсөнсө урын билдәләнде. Ҡышҡы стартта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тантаналы рәүештә дипломдар тапшырылды.

Йәш спортсылар өсөн бөгөнгө сара шуның менән генә тамамланманы. Уларҙы тренерҙары күнекмәләр залына саҡырҙы – байрам байрам менән, ә спорт менән шөғөлләнеү дауам итә.

Автор фотолары һәм видеоһы.

Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Ҡышҡы буранда дуҫлыҡ еңде!
Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас