Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Ноябрь 2025, 14:21

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бокс бирсәткәһен кейә

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй спорт турниры уҙасаҡ

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бокс бирсәткәһен кейә
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бокс бирсәткәһен кейә

Өфөлә 27 ноябрь-7 декабрь арауығында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса 26-сы Рәсәй чемпионаты үтәсәк. Илебеҙҙең иң көслө спортсылары төрлө тән ауырлығы категорияларында иң-иңдәрҙе асыҡлаясаҡ. Чемпионатта яҡынса 180 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашыуы көтөлә.
Сентябрь айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге көрәш һарайында үткән профессиональ бокс сараһында ҡатнашты. Шул көндө ул тиҙҙән был спорт майҙансығында ҙур турнирҙар ойоштороласағы тураһында хәбәр иткәйне.

- Беҙ артабан да бында халыҡ-ара кимәлдәге төрлө ҙур ярыштар уҙғарасаҡбыҙ, - тип билдәләне Радий Фәрит улы.

Бокс буйынса Рәсәй чемпионаты ла көрәш һарайында үтәсәк. Ойоштороусылар барлыҡ спорт һөйөүселәр өсөн бүләк эшләгән - ярышҡа инеүҙе бушлай ойошторған. Тимәк, был спорт төрөн яратыусылар ҙа, уның менән яңы ғына ҡыҙыҡһына башлағандар ҙа ярышты бергәләп күҙәтә аласаҡ. Рәсәй чемпионаты ул миҙалдар һәм милли йыйылма командаға эләгеү өсөн көрәш кенә түгел, ә спортты үҫтереүгә ҙур этәргес тә булып тора.

Яҡташыбыҙ, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Токиола үткән Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Данис Латыпов Өфөлә үтәсәк чемпионатҡа ҡағылышлы үҙ фекере менән уртаҡлашты:

- Был турнир спортсыларға үҙҙәрен күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек, ә бокс секцияһында шөғөлләнеүселәргә ул тормошта, спортта үҙ юлын табырға ярҙам итәсәк. Ярышҡа инеү бушлай булыуы ла бик яҡшы. Кем белә, бәлки трибунала буласаҡ чемпион ултырыр? Тамашасылар араһында булыусы үҫмер боксты ҡыҙыҡлы спорт төрө тип уйлап, тренировкаларға йөрөй башлар, аҙаҡ ҙур ярыштарҙа еңеүгә өлгәшер.

Ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы Өфөлә үтәсәк ҙур алышҡа әҙерләнгәндә, Башҡортостандың башҡа ҡалаларында спортсыларҙың яңы быуыны үҫеп килә. Ишембай ҡалаһының бокс үҙәгендә, мәҫәлән, тренерҙар Мансур Латыпов менән Владимир Маямсин етәкселегендә 60 бала шөғөлләнә. Уларҙың тырышлығы яҡшы һөҙөмтәләр бирә: яңыраҡ үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында үткән Башҡортостан Республикаһы беренселегендә беҙҙең спортсылар өс алтын һәм алты көмөш миҙал яуланы. Бокс үҙәге лайыҡлы рәүештә үҙ йондоҙҙары менән ғорурлана ала: Вадим Дауытов, мәҫәлән, яңыраҡ бер юлы өс алышты еңеп спорт мастеры нормативын үтәгән. Данияр Адршин менән Александр Хорошилов та яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.

- Тиҙҙән беҙҙең спортсылар Бәләбәйҙә Дмитрий Мирошниченко иҫтәлегенә үтәсәк халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашасаҡ, - тип уртаҡлашты Мансур Латыпов. – Ҡаҙағстан, Татарстан, Һамар өлкәһенән һәм башҡа төбәктәрҙән көслө боксерҙар килеүе көтөлә. Беҙҙең спортсылар әле ярышҡа ныҡлы әҙерләнә.
Әммә Ишембай спортсылары өсөн көслө көрәштәштәрҙән тыш ойоштороу ҡатмарлыҡтары ла бар. Иң төп мәсьәлә – ярыш алдынан спортсы медосмотр үтергә тейеш, тик беҙҙең ҡалабыҙҙа ундай мөмкинлек юҡ.

- Элек медосмотрҙы урындағы физдиспансерҙа үтә инек, хәҙер ул ябыҡ, - тип белдерҙе Мансур Латыпов. – Хәҙер йыйылма команда спортсылары медосмотр үтеү - Өфөгә, ә беҙҙең тәрбиәләнеүселәр Стәрлетамаҡҡа бара. Улар иртәнге сәғәт биштә йоҡонан тороп, ата-әсәләре менән үҙ машиналарында күрше ҡалаға барып, бер нисә сәғәт сиратта ултырырға мәжбүр. Сөнки табиптарға спортсылар төрлө райондарҙан киләләр.

Тренер был мәсьәләне республика кимәлендә бер нисә тапҡыр күтәргән, етәкселәр проблеманы хәл итергә вәғәҙәләгән, әммә әлегә хәл шул көйө ҡала килә.
Ишембай боксерҙарының уңыштары һәм Өфөлә үтәсәк бокс буйынса 26-сы Рәсәй чемпионаты республикала был спорт төрөнөң әүҙем үҫешен дәлилләй. Милли йыйылма команда йондоҙҙары малайҙарҙы бокс менән шөғөлләнергә дәртләндерә, уларҙың күңелендә ут ҡабыҙа. Тап ошо малайҙар йылдар үткәс үҙҙәре лә ошондай абруйлы турнирҙарҙа ҡатнашыр. Ә инде медицина һорауҙары кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү яңы таланттарға тиҙерәк һәм тулы кимәлдә асылырға ярҙам итәсәк.


Фото М. Латыповтың архивынан.


6+

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бокс бирсәткәһен кейә
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бокс бирсәткәһен кейә
Автор: Ирина Вахонина.
Читайте нас