Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Октябрь 2025, 17:21

Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы

Бөгөн, 30 октябрҙә, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале үтте.

Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы

Был сарала дөйөм белем биреү һәм спорт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, урта һәм юғары уҡыу йорттарының физик тәрбиә буйынса етәкселәре ҡатнашты.

- Мин спорт менән бала саҡтан дуҫ, төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай килдем, - тип ихлас уртаҡлашты Түбәнге Әрмет мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Фәнүр Кәримов. – Бөгөнгө сараның тренерҙар көнөнә тура килеүе лә бик ҡыуаныслы. ГТО тапшырыу – ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла сара. Бөгөн бында күп таныштарымды осраттым, уларҙың уңыштары өсөн ихлас ҡыуанам. Күптәргә ГТО тапшырырға тәҡдим итер инем.

Шул уҡ ваҡытта Фәнүр Юнир улы Әрмет ауыл Советы хакимиәтендә физик культура буйынса методист булып эшләй. Яҡташыбыҙға уңыштар теләп ҡалам.

 

Автор фотолары.

Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Ишембай спортсылары ГТО тапшырҙы
Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас