Спорт һарайындағы капиталь ремонттан һуң бассейн үҙ эшен башланы. Ундағы мөхитте үҙ күҙҙәребеҙ менән күрер өсөн ҡаланың 2-се спорт мәктәбенә юлландыҡ. Беҙҙе фойела Спорт һарайы директоры Альберт Шәйехов ҡаршы алды һәм бассейнға оҙатты. Шунда уҡ яңыртылған кейем алмаштырыу бүлмәләре, уңайлы душ зоналары, иркен йөҙөү һыҙаттары һәм таҙа һыу күҙгә ташланды.
Альберт Альфред улы белдереүенсә, ремонт барышында душ кабиналарында, бассейн тирәләй һәм йөҙөү зонаһында плиткалар алмаштырылған, һыу әҙерләү һәм
фильтрлау системалары яңыртылған. Шулай уҡ кейем алмаштырыу һәм тренерҙар бүлмәләрендә стеналар, иҙәндәр ремонтланған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембайҙың спорт һарайын йылы һүҙҙәр менән йыш иҫкә төшөрә – ул тап ошо учреждениела көрәш менән шөғөлләнә башлай. Төбәк етәксеһенең спорт өлкәһендәге хәстәрлеге буш һүҙҙәр генә түгел, уның ярҙамы эштә күренә. Бассейндың, душ, кейем алмаштырыу бүлмәләренең яңыртылыуына һәм башҡа ремонтҡа аҡса республика (күп өлөшө) һәм муниципаль бюджеттан бүленгән.
Был ваҡытта бассейнда тренер-уҡытыусы Татьяна Козлова балалар менән шөғөлләнә ине. Ул бындағы хеҙмәт юлын 2005 йылдан инструктор-методист булып башлай, ә 2007 йылдан - тренер.
- Тәрбиәләнеүселәр уңайлы шарттарҙа ҙур теләк менән шөғөлләнә. Иң мөһиме, бында яңы старт тумбалары һәм баҫҡыстар барлыҡҡа килде. Быға тиклем боролош өсөн флажоктар менән шнур юҡ ине. Хәҙер ул булғас, балаларға арҡала йөҙгән саҡта боролоуы ла уңайлы, - тип аңлатып үтте Татьяна Анатольевна. – Йылытыу миҙгеле башланғас, иҙәндәр ҙә йылы буласаҡ. Әлегә яҡтыртыу һәм вентиляция системалары яҡшы эшләп тора. Шуныһы ҡыуандыра, залда стенала Совет осоро мозаикаһы һаҡланып ҡалды. Ул бигерәк тә балаларға һәм ата-әсәләргә оҡшай.
Иҫләүемсә, беҙ үҫкәндә бындай мозаикалар һүрәттәре аҙым һайын тиерлек осрай ине. СССР монументаль сәнғәте шулай үҙенсәлекле булды. Спорт һарайындағы мозаика диңгеҙ фаунаһын һүрәтләй. Бында коралл рифын, дельфиндарҙы, балыҡтарҙы, диңгеҙ “аттарын” һәм “йондоҙҙарын” һәм ҡабырсаҡтарҙы күрергә була. Был мозаиканы күреү тарих музейына барып килеүгә тиң. Шул арала бассейнда шөғөлләнгән балаларҙың икенсе төркөмө лә күренде.
- Мин бассейнда биш йәштән алып йөҙәм, хәҙер һигеҙенсе йыл китте инде. Ремонттан һуң һыу ҙа таҙараҡ һәм йомшағыраҡ булып ҡалды. Күнекмәләрҙән һуң бөтә тән һәм мейе ял итә. Өйгә эш эшләүе лә еңелерәк, йоҡлауы ла тынысыраҡ, - тип ихлас уртаҡлашты Йәсминә Хәйбуллина. – Беҙ республика һәм муниципаль кимәлдәге төрлө
ярыштарҙа беренсе һәм призлы урындар яулайбыҙ. Ошондай уңайлы шарттарҙа шөғөлләнеп, артабан да яңы үрҙәргә өлгәшергә яҙһын.
Сәғәт дүрттәрҙә үҫмерҙәр кикбоксинг менән шөғөлләнергә килә башланы. Тренер Альберт Шәйехов улар менән күнекмә үткәрергә китте. Ошо ваҡытта беҙ уның урынбаҫары Айгөл Вәлиева менән аралаштыҡ.
- Кикбоксинг менән шөғөлләнеү залында стеналар штукатурланды һәм буялды. Шулай уҡ иҙәндәр һәм вентиляция системаһы яңыртылды, - тип белдерҙе Айгөл Салауат ҡыҙы.
Бөгөн капиталь ремонттың өсөнсө этабы дауам итә, уның сиктәрендә ҙур уйын залы яңыртыла. Иң мөһиме, бында элекке иҙән спорт паркетына алмаштырыла. Ул волейбол, баскетбол һәм ҙур турнирҙар өсөн тәғәйенләнгән. Уйын залын сафҡа индереү йыл аҙағына планлаштырылған.
22 сентябрҙә Мәскәүҙә Хөкүмәт комиссияһы ултырышында Радий Хәбиров, республикала физкультура һәм спорт менән 2,3 миллион кеше даими шөғөлләнә, тип билдәләп үтте. Был күрһәткес 45,2 проценттан (2019 йыл) 62 процентҡа (2024 йыл) тиклем артҡан. Ошо критерий буйынса Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округында өсөнсө урында килә.
- Һуңғы дүрт йылда спорт тармағын финанслау күләме 5,2 миллиард һумдан 9,6 миллиард һумғаса артты. Спорт ҡоролмаларын төҙөү тиҙлеге һәм иҫәбе буйынса беҙ илдә
алдынғылар рәтендә, - тип һыҙыҡ өҫөнә алды Радий Фәрит улы.
Автор фотолары.