28 сентябрҙә яҡташыбыҙҙың йәшләй арабыҙҙан китеүенә бер йыл була.
Был сараны ойоштороуҙа «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан журналистар союзы, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте, урындағы спорт идаралығы, Динамо-Урал волейбол клубы, Динамо, Спартак физкультура клубтары, Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл хакимиәте, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе һ.б. ярҙам күрһәтте.
- Мин Уйылданды 1-4 кластарҙа уҡыттым, мәктәпкә төшкәндә үк уҡый-яҙа белә торғайны. Алсаҡ, ябай, ярҙамсыл булды. Китап уҡырға яратты, берәй әҫәр уҡып килә лә, үҙ фекере менән уртаҡлаша торғайны. Класташтарына ла уҡырға тәҡдим итә. Шул сакта уҡ уның ижади кеше, ҙур шәхес буласағы тойола ине, - тип уртаҡлашты уның уҡытыусыһы Фәнүзә Әхмәтова. - Бөгөн был турнирҙа Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе командаһы еңеүенә сикһеҙ шатмын. Үҙеңдең уҡыусыңа бағышланған турнирҙа ҡатнашыуы бик тулҡынландырғыс булды. Беҙ бөгөн уны арабыҙҙа тойҙоҡ.
Автор фотолары.