Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Сентябрь 2025, 16:00

Елдәй елде Батырыбыҙ

Ишембай нефть колледжы студенты Батыр Үҙәнбаев “Башҡорт аты” фестиваленең иң яҡшы һыбайлыһы тип танылды.

Елдәй елде Батырыбыҙ
Елдәй елде Батырыбыҙ

6 сентябрҙә Баймаҡ районындағы Граф күле буйында IV “Башҡорт аты2025” халыҡ-ара фестивале үтте. Уның сиктәрендә төрлө спорт ярыштары һәм мәҙәни саралар ойошторолдо. Ишембай нефть колледжы студенты Батыр Үҙәнбаев (БС1-24 төркөмө) ат сабышында ике тапҡыр еңеү яуланы. Тәүҙә ул 12 саҡрым арауыҡта өс йәштән өлкән башҡорт тоҡомло аттарҙа 5-се төп уҙышта алдынғылыҡты бирмәне. Еңеүсе 250 мең һумлыҡ призға лайыҡ булды. Икенсе еңеүен Батыр ике йәше тулған башҡорт тоҡомло аттарҙа 2-се уҙышта яуланы. Бында нефть колледжы студенты атта ике километр араны иң тиҙе булып үтеп, 150 мең һумлыҡ төп приз алды. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлауға һәм популярлаштырыуға арналған ҙур сара республикала 2022 йылдан алып даими үткәрелә. Быйыл фестиваль милли йолаларға һәм мәҙәни мираҫҡа тоғро илдәр вәкилдәрен берләштерҙе.

Байрам саралары “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы сиктәрендә ойошторолдо һәм мөһим юбилей даталарына - Сибай ҡалаһының 70 йыллығына һәм Баймаҡ ҡалаһының 95 йыллығына арналды. Сарала Рәсәй Федерацияһының 12 субъекты һәм 17 сит ил вәкилдәре ҡатнашты, ә ҡунаҡтарҙың дөйөм һаны 21 мең кешенән ашыу булды.

“Башҡорт аты” фестивале популярлыҡтың тотороҡло үҫеүен күрһәтә һәм төбәктең туристик йәлеп итеүсәнлеген үҫтереүгә, мәҙәни-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм башҡорт тоҡомло аттар менән бәйле милли йолаларҙы һаҡлауға ҙур өлөш индерә.


Фото Ишембай нефть колледжы архивынан.

Автор: Гөлнора Йәмилева
Читайте нас