Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь 2025, 13:00

ЖУРНАЛИСТ ИҪТӘЛЕГЕНӘ ТУРНИР

20 сентябрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Вилдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол буйынса һәүәҫкәрҙәр турниры ойошторола.

ЖУРНАЛИСТ ИҪТӘЛЕГЕНӘ ТУРНИР
ЖУРНАЛИСТ ИҪТӘЛЕГЕНӘ ТУРНИР

Республика журналистары командалары араһындағы ярыштар Вилдан Ғәлиндың тыуған төйәгендә – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында үтә. Уйындар иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Белеүебеҙсә, былтыр, 2024 йылдың сентябрендә, Вилдан Ғәлиндың ғүмере өҙөлдө. Уға 45 йәш ине. Вилдан Нурғәли улы башҡорт журналистикаһында яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ул һөнәренә 24 йыл ғүмерен бағышланы. Асыҡ, изге күңелле һәм намыҫлы булды. Вилдан Нурғәли улы бер нисә быуын хәбәрселәрен, телевидение һәм радио дикторҙарын тәрбиәләне.


6+ 

Автор: Гөлнора Йәмилева
Читайте нас