Ишембай районында физкультура һәм спорт менән 47 меңдән ашыу кеше даими шөғөлләнә, был урындағы халыҡтың яртыһынан күберәге тигән һүҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала спортҡа ҙур иғтибар бирә. Ишембайҙа биш спорт мәктәбе, шул иҫәптән «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, «Ишембай-Арена» боҙ һарайы эшләп килә, уларҙа 50-нән ашыу секция һәм башҡа саралар бар. 2024 йылда Ишембай районында күмәк кеше ҡатнашлығында 435 спорт сараһы үтте, унда 85 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәре көнөн быйылғы йылда 9 августа билдәләйҙәр. Тарихҡа күҙ ташлаһаң, спорт менән күмәк шөғөлләнеү 1917 йылғы революциянан һуң башлана. Шулай итеп, 1919 йылда Ҡыҙыл майҙанда физкультурниктарҙың беренсе парады ойошторола, унда Владимир Ленин да ҡатнаша. Ә 1931 йылдан бындай парадтар даими үткәрелә башлай.
Редакция ҡунағы – Азамат Ғәлин Салауат ҡалаһында 1978 йылда тыуған. 9-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. Артабан 1997-1999 йылдарҙа Находка-Хабаровск йүнәлешендә хеҙмәт итә.
Спортсы әлеге мәлдә ҡара билбауға эйә, Рәсәйҙең көмөш призеры.
- 1994 йылда каратэ «киокусинкай» менән шөғөлләнә башланым, бығаса «ушу» һәм еңел атлетика менән ҡыҙыҡһындым, - тип уртаҡлашты Азамат. – Армиянан һуң Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында һәм 17-се мәктәптә күнекмәләр үткәрә башланым. Клубты, башҡалар икенсе исем тәҡдим итеүгә ҡарамаҫтан, «Яугир» тип атаным.
2005 йылда Азамат Ғәлин Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетын тамамлай. 2019 йылда «Яугир» спорт клубын рәсмиләштерә, ул әле лә ошо эште алып бара.
- Тәүҙә мин каратэ менән генә шөғөлләндем, - ти әңгәмәсем. – Бөгөн коллегалар менән көрәштең төрлө йүнәлешендә эшләйбеҙ. Беҙҙең клубҡа күнекмәләргә 150 самаһы кеше йөрөй.
- Тәрбиәләнеүселәрҙән бер кемде лә айырып күрһәтергә теләмәйем, барыһы ла яҡшы, - тип белдерҙе тренер. – Роман Ғарифуллин – Рәсәй чемпионы, Роман Әхмәтов – Европаның һәм Рәсәйҙең көмөш призеры, Урал Ғәйнетдинов, Динар Арыҫланов, Вилена Ғарипова, Ангелина Андрюшенкова – Рәсәйҙең
бронза призерҙары. Амелия Мөхәмәтғәлиева – бөтә Рәсәй ярыштарының чемпионы. Артур Вәлиев, Әмир Ҡоҙаҡаев һәм Алексей Высогорец – бөтә Рәсәй ярыштарының призерҙары.
Азамат Ғәлин ошо йүнәлештә матди һәм рухи ярҙам күрһәтеүселәргә оло рәхмәтен еткерә.
Азамат дүрт балаға бәхетле атай. Улдарының икеһе лә – каратист. Олоһо, Эдуард, Башҡортостан чемпионы исемен яулай. Кесеһе, Булат, шулай уҡ унан ҡалышмай. Ул Силәбе ҡалаһында төбәк ярыштарында һәм Өфөлә халыҡ-ара спартакиадаһында беренсе урындар яулай. Ә бына ҡатыны, Вилиә, халыҡ-ара йога альянсының хатха йога буйынса сертификатланған инструкторы дәрәжәһен алыуға өлгәшә. Ул ошо йүнәлештә күнекмәләр үткәрергә хыяллана.
- Кесе улым, Булат, балалар баҡсаһында уҡ Гагарин олимпиадаһында ҡатнашып. приз яуланы. 12-се лицейҙа уҡый, тик «бишле» билдәләренә
генә өлгәшә, - тип һүҙен дауам итә ҡунағыбыҙ. – Каратэнан тыш, бал бейеүҙәре менән дә шөғөлләнә. Лего, шахмат ярата, гитарала уйнай. Эдуард мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, Санкт-Петербург политехника университетында магистратурала уҡып йөрөй. Шул уҡ ваҡытта «Ленсити» яуаплылығы сикләнгән
йәмғиәтендә инженер булып эшләй. Милена ҡыҙым быйыл Санкт-Петербург техникумын шулай уҡ уңышлы тамамланы. Уҡыуын дауам итергә һәм эшләргә
теләй, бейеү менән шөғөлләнә. Иң кесебеҙ, Оливия, балалар баҡсаһына барырға йыйына. Ҡатыным һөнәре буйынса – филолог. Беҙҙең тормош ҡороуға 15 йыл булды. Сәйәхәт итергә, спорт менән шөғөлләнергә яратабыҙ. Китап менән ныҡ дуҫбыҙ.
Бына шундай һау-сәләмәт ғаиләләр күберәк булһын, милләтебеҙ үрсеһен, тип теләргә генә ҡала.
Фотолар ғаилә архивынан.