Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Июль 2025, 15:00

Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен

Һәр ата-әсә балаһының һау-сәләмәт булып үҫеүен теләй. Бының өсөн нимә эшләргә? 2-се спорт мәктәбенең дзюдо буйынса тренеры Александр Кононов фекеренсә, бала бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнһә сәләмәтлеге ныҡ, үҙе төрлө яҡлап үҫешкән була. Тап шул маҡсаттан балаларҙың йәйге каникулдары мәлендә ҡалабыҙҙың Спорт һарайында 7-11 йәштәге балалар өсөн йәйге спорт лагеры эшләй башланы.

Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен
Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен

Уны тантаналы асыу 1 июлдә уҙҙы. Лагерҙа теләге булған һәр кем ике ай буйына бушлай шөғөлләнә ала. Тренировкалар көн һайын дүшәмбенән йомаға тиклем уҙғарыла.

- Спорт лагеры Президент гранттары фонды ярҙамында «Еңеү фәне» проекты сиктәрендә ойошторолдо һәм тормошҡа ашырыла, - тип аңлатты тренер Александр Валериевич. - Әлеге мәлдә беҙҙең секцияла яҡынса 80 бала шөғөлләнә. Лагерь ярҙамында уларҙың һаны тағы ла артыр, тигән өмөттәмен.

Лагерҙы асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәтенең милли проекттарҙы һәм программаларҙы администрациялау бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин, 2-се спорт мәктәбе директоры Альберт Шайхов, Салауат ҡалаһының Берләштерелгән төҙөлөш компанияһы директоры Александр Васильев, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Олимпия резервындағы мәктәп вәкиле, Башҡортостандың дзюдо буйынса судьялар Федерацияһы рәйесе Илдар Нагаев, атҡаҙанған тренер Рәил Нагаев, «Ишнефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Антон Сергиенко, спорт мастеры Игорь Кочетков һәм Руслан Хәкимов ҡатнашты. Тренер Александр Валериевич һүҙҙәренсә, ошо көндәрҙә бағыусылар ярҙамы менән дзюдо секцияһы өсөн яңы тотами, кәрәкле аппаратура һатып алынған.

- Июнь айында күпселек уҡыусылар мәктәп янындағы лагерҙарға йөрөй, ә бына июльавгуст айҙарында, ата-әсәләр эштә булыу сәбәпле, балаларға өйҙә үҙаллы ултырырға тура килә. Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған был лагерь балалар каникулдарын файҙалы үткәрһен тигән маҡсат менән барлыҡҡа килде, - тип аңлатты Роберт Әхмәт улы.

- Егор улыбыҙ өс йыл дзюдо секцияһында шөғөлләнә. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, республика кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулағаны булды. Йәйге лагерҙың асылыуына беҙ шатбыҙ. Сөнки бала йәйен дә спорт менән шөғөлләнеп, көҙөн ярыштарға әҙер буласаҡ, - тип иҫәпләй Иван Переведенцев.

Әйткәндәй, Егор дуҫы Илнар менән балалар һәм ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте.

- Мин дзюдо менән биш йыл шөғөлләнәм. Аҡ билбауҙан башлағайным, имтихандар тапшырып тәүҙә һары, шунан һоро төҫтәге билбаулы булдым. Миңә бында бик оҡшай, - тип йылмая Илнар.

«Еңеү фәне» спорт лагерына яҙылырға теләүселәр тренер Александр Кононов менән 8-917-402-93-12 телефон һандары аша бәйләнешкә инә ала.


Автор фотолары.

Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен
Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен
Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен
Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен
Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен
Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен
Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен
Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен
Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен
Балаларҙың йәйге ялы файҙалы үтһен
Автор: Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас