Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Июнь 2025, 13:00

Еңеүҙәр еңел бирелмәй

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылған “Алға” - сәскә атҡан Башҡортостанға!” проекты сиктәрендә Ишембайҙың уңышлы спортсылары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Еңеүҙәр еңел бирелмәй
Еңеүҙәр еңел бирелмәй

Агата Парахина менән беҙ тик телефон аша ғына һөйләшә алдыҡ. Ул был мәлдә аэропортҡа - рус шашкалары буйынса Сочила үтәсәк Рәсәй Кубогында һәм илдең команда чемпионатында ҡатнашыу өсөн китеп бара ине.

Агата Парахина 9 йәштән шашка уйнай. Был уйынға ҡыҙыҡһыныуын күреп уны әсәһе шашка мәктәбенә алып килә. Шул мәлдән алып шашка ҡыҙҙың тормош мәғәнәһенә
әүерелә, тип тә әйтергә мөмкин. Агатаның көн тәртибе тренировкаларға, ярыштарға тап килтереп төҙөлгән. Ә инде нисек оҫта итеп ул уйын мәлендә 10 аҙымға алдан уйлай белә!

Шуны ла әйтергә кәрәк, оҫта спортсы булып китер өсөн ҡыҙға бик күп тырышырға тура килә. Өс йыл шөғөлләнгәндән һуң ғына ул тәүге еңеүгә өлгәшә. Рәсәй беренселегендә Агата призлы урын ала. Шунан алып ҡыҙ лидерлыҡты бирмәй - бер-бер артлы ҡатын-ҡыҙҙар араһында блиц буйынса Донъя чемпионатында, Донъя кубогында үҙе йәки команда иҫәбендә призлы урындар яулай.

- Мин көн дә тренировкаға йөрөйөм, айырыуса ярыш алдынан ныҡлы шөғөлләнәм. Мәсьәләләр сисәм, комбинациялар ҡарайым. Спортсы өсөн уйын практикаһы мөһим, шуға ла башҡа спортсылар менән онлайн уйнайым, - ти Агата Парахина.

Һеңлеһе Злата - шулай уҡ спортсы. Уның тураһында беҙ гәзитебеҙҙең үткән һанында яҙғайныҡ. Ҡайһы берҙә ҡыҙҙар ярышта бер-береһенә көрәштәш тә була.

- Бәләкәй саҡта туғаным менән үпкәләшеп тә ала инек, хәҙер иһә ололарса уйнайбыҙ. Ҡайһы саҡта өйҙә лә шашка уйнап алабыҙ, - ти Агата.

Шашка спортын бик яратһа ла Агата тормошон медицина менән бәйләргә теләй. Әле ул «офтальмолог» йүнәлеше буйынса ординатурала уҡый. Шашка хобби булып ҡаласаҡ, ти ҡыҙ.

Сочинан һуң яҡташыбыҙ Ҡырымға юллана. Аҙаҡ уны Якутск ҡалаһында үтәсәк Донъя чемпионаты көтә. Агата Парахинаға уңыштар теләйбеҙ!

 

«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.

#ГрантыРБ #ФСГОРБ #смигранты2025


Фото Агата Парахинаның шәхси архивынан.

Еңеүҙәр еңел бирелмәй
Еңеүҙәр еңел бирелмәй
Автор: Ирина Вахонина.
Читайте нас