

Уның төп бурыстары:
- Спорт принциптары буйынса ярыштарҙың еңеүселәрен һәм призерҙарын билдәләү;
- Көрәшселәрҙең спорт буйынса оҫталығын арттырыу;
- Тренер ҡарамағындағыларҙың һөнәрен үҫтереү;
- Көрәш буйынса төрлө райондарҙың тәжрибәһен ҡулланып, спорт саралары үткәреү;
- Башҡортостан Республикаһында көрәш өлкәһендә инфраструктуры үҫтереү.
Сарала төрлө алыҫ райондарҙан ҡатнаштылар.
- Беҙ Ҡыйғы районан биш кеше килдек, - тип белдерә көрәш буйынса дүрт тапҡыр, билдә көрәш буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәев. – Ишембайға элегерәк килгәнебеҙ бар ине, ләкин һуңғы ике-өс йылда тура килмәне. Егеттәр турҙарҙы яҡшы үтте, алда һөҙөмтәләр булыр, тип ышанам.
Автор фотолары.