

Биатлон саңғы ярыштарын һәм сәпкә атыуҙы берләштергән иң популяр һәм тамашалы ҡышҡы спорт төрҙәренең береһе. Был спорт төрө сағыштырмаса йәш - 60 йылдан ашыу ғына. Олимпия уйындарында биатлондың дебюты 1960 йылда була, һәм бөгөн ул Ҡышҡы Олимпиада программаһының төп төрҙәре араһында иң мөһиме тип иҫәпләнә. Тарихта иң титуллы биатлонсы булып, олимпия алтын миҙалын һигеҙ тапҡыр яулаған норвег Оле-Эйнар Бьерндален иҫәпләнә.
Агата 2-се мәктәптең 9-сы класында уҡый. Спортсы һөйләүенсә, ул бәләкәйҙән саңғыла йөрөргә ярата. Ҡыҙҙың саңғыға булған һөйөүен күреп, ағаһы ҡыҙҙы секцияға алып килә.
- Алты йәштә йөҙөү менән шөғөлләндем. Ә 11 йәшемдә биатлонға килдем. Мин был спорт төрөн саңғы ярыштарын һәм атыуҙы берләштереүе өсөн яратам да инде. Ул трассала сыҙамлыҡ һәм ҡоралдан атҡанда сослоҡ талап итә. Миңә винтовканы ҡулда тойоу, уның менән эшләү, сәпкә эләккәндә шатлыҡ кисереү тойғоһо оҡшай. Шулай уҡ профессиональ биатлонсыларҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтәм – уларҙың спорт ҡаҙаныштарын ғына түгел, спорттан тыш тормоштарын да, – тип уртаҡлаша Агата.
2024 йылдың сентябрендә Ишембай биатлонсыһы Рәсәй беренселеге призеры була, был уға спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәү мөмкинлеген бирә. 1-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Агата Матвеева Саранскиҙа спринтерҙар ярышында бронза миҙал яулай. Йәш спортсыны Гүзәл Вәлишина һәм Илгиз Сәмиғуллин әҙерләй.
- Мин биатлон менән үҙем өсөн шөғөлләнәм - ул форманы һаҡларға һәм кәйефте яҡшыртырға ярҙам итә. Беҙҙең секцияла бик яҡшы мөхит булдырылған, бында дуҫтарым да шөғөлләнә. Әйткәндәй, беҙҙең тренерҙар күп кенә билдәле биатлонсыларҙы тәрбиәләгән. Күнекмәләр йәкшәмбе көнөнән башҡа, көн һайын өсәр сәғәт үтә. Еңел булмаһа ла, уҡыуҙы һәм спортты берләштерергә тырышам. Минең маҡсатым - спорт мастеры исемен алыу һәм биатлонда етди ҡаҙаныштар яулау, - ти Агата.
Тренер Гүзәл Вәлишина тәрбиәләнеүсеһенең спортта киләсәген юғары баһалай:
- Агата Матвеева биатлон буйынса Башҡортостан йыйылма командаһына ингән. Ул бик ныҡышмалы һәм маҡсатҡа ынтылышлы спортсы – йығылһа, шунда уҡ тороп, алға бара. Бер ҡасан да күнекмәләрҙе ҡалдырмай, бик яуаплы. Августа уны Башҡортостан беренселегендә ярыштар көтә.
Ишембай үҙенең биатлон традициялары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала, быны Агатаның уңыштары ла раҫлай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1998 йылғы олимпия чемпионы Галина Куклева шулай уҡ Ишембай биатлон мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.
Фотолар Гүзәл Вәлишинаның шәхси архивынан.