Спорт
7 Апрель 2025, 09:18

Һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн тырышлыҡ кәрәк

ти 1-се спорт мәктәбенең велоспорт буйынса тренеры Надежда Мөхәмәҙиева

Һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн тырышлыҡ кәрәкҺөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн тырышлыҡ кәрәк
Һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн тырышлыҡ кәрәк

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Алға – сәскә атҡан Башҡортостанға!” проекты сиктәрендә Ишембайҙың күренекле спортсылары хаҡында яҙыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - велоспорт буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәй беренселеге чемпионы, Бөтә Рәсәй ярыштары призеры, Бөтә Рәсәй категориялы спорт судьяһы, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы судьяһы, юғары категориялы тренер Надежда МӨХӘМӘҘИЕВА.

- Надежда Сергеевна, спортҡа төрлө юлдар менән киләләр. Һеҙҙең тормошоғоҙҙа ул нимә менән бәйле?

- 7-се класты тамамлағандан һуң ярты йыл тирәһе нимә менән шөғөлләнергә лә белмәнем. Төрлө түңәрәктәргә йөрөп ҡараным, әммә береһенә лә күңелем тартманы. Физкультура уҡытыусыһы еңел атлетиканы йәки велосипед спортын һынап ҡарарға кәңәш итте. Велосипедта йөрөргә яратҡанлыҡтан, ошо спорт төрөн һайланым. Тәүге күнекмәгә 13 йәшемдә килдем.

- Велосипед спортына тиклем үҙегеҙҙе спорттың башҡа төрҙәрендә һынап ҡаранығыҙмы?

- Беренсе класта мине йөҙөү түңәрәгенә яҙҙылар, әммә түңәрәккә йөрөү өсөн транспорт менән бәйле ауырлыҡтар арҡаһында бер нисә тапҡыр ғына барҙым да ташланым. Ата-әсәйем һәр ваҡыт әүҙем тормош алып барҙы: саңғы базаһына барып велосипедта, саңғыла йөрөйбөҙ, походтарға бара торғайныҡ. Әммә маҡсатлы рәүештә бары тик велосипед спорты менән генә шөғөлләндем.

- Һеҙҙең беренсе тренерығыҙ кем булды? Ниндәй еңеүҙәрҙе һеҙ уның ҡаҙанышы тип иҫәпләйһегеҙ?

- Тәүге тренерым Рөстәм Рафиҡ улы Ғәзизов булды. Уның менән ике ай ғына шөғөлләндем, әммә ул миңә төп күнекмәләрҙе бирҙе, дөйөм физик әҙерлеккә өйрәтте. Түңәрәккә дуҫ ҡыҙым менән бер ниндәй физик әҙерлекһеҙ килдек, һәм ул үҙе шәхсән беҙҙең менән күнекмәләр уҙғарҙы. Һуңыраҡ ул беҙҙе Виктор Яковлевич Панаевҡа тапшырҙы, ул шоссе велосипедында йөрөргә өйрәтте, техниканы аңлатты. Күнекмәләр еңел бирелмәне, әммә тренерыбыҙ беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итте. Төркөмдә 6-7 кеше генә йөрөнө, шуға күрә барыбыҙға ла ҙур иғтибар бирелде. Минең һәр еңеүем - уның да өлөшө. Тренерһыҙ бала уңышҡа өлгәшә алмай: тәрбиәләнеүселәр ҙә, атаәсәләр ҙә бөтә нескәлектәрҙе белмәй. Ә тренер йүнәлтә, кәңәш бирә, өйрәтә.

- Ғаиләгеҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.

- Ғаиләлә дүртәү инек: атайым менән әсәйем, мин һәм апайым. Икебеҙ ҙә музыка мәктәбен тамамланыҡ, һуңынан ул институтҡа уҡырға инде. Әсәйем Ишембай ҡалаһындағы балалар пульмонология шифаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй, атайым Чернобыль АЭСындағы аварияны бөтөрөүҙә ҡатнашты (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул иҫән түгел). Бөгөнгө көндә мин тормош иптәшем Руслан Ринат улы менән ҡалабыҙҙың 1-сө мәктәбендә балаларға велосипедта йөрөү серҙәрен өйрәтәбеҙ. Велосипед спорты беҙҙең өсөн эш түгел, ә тормоштоң бер өлөшө. Ике улыбыҙ бар: Максимға - 7 йәш, ул биш йәшенән велоспорт менән шөғөлләнә, ярыштарҙа еңеү яулай. Артемға 4 йәш - әлегә беговелды үҙләштерә. Быйыл уны велосипед спортына күсерергә ниәтләйбеҙ.

- Һеҙ ҡасандан алып тренер булып эшләйһегеҙ? Тәрбиәләнеүселәрҙең уңыштары ҡыуандырамы?

- Тренер булып 2013 йылдан, спорт карьераһын тамамлағандан һуң эшләй башланым. Ирем мине тренерлыҡ менән шөғөлләнергә күндерҙе. Балаларҙың уңыштары, һис шикһеҙ, ҡыуандыра: тәрбиәләнеүселәр араһында Рәсәй чемпиондары, спорт мастерҙары һәм спорт мастерлығына кандидаттар бар. Уларҙың еңеүҙәрен, күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондарын күреү – күңелгә рәхәтлек бирә. Хатта бәләкәй генә ҡаҙаныштар һоҡланыу уята, ә юғары кимәлдәге еңеүҙәр ғорурланыу өсөн сәбәп булып тора.  - Етди турнирҙарға иң яҡшыларҙы ғына алаһығыҙмы?

- Спорт - ул дисциплина. Беҙҙә хулигандар юҡ: ярыштарға яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, яуаплы, тырыш балалар бара. Әлбиттә, үҫеш стимулы булһын өсөн, велоспортҡа яңы килеүселәрҙе лә алабыҙ. Ҡыҙыҡһыныу мөһим мотивация: балалар ярышырға, үҙҙәрен һынап ҡарарға теләй. Миҙгел башында бала башҡаларҙан көсһөҙөрәк булһа ла, аҙағында иң көслө бишәү иҫәбенә инеүе лә мөмкин.

- Тәрбиәләнеүселәрҙең ниндәй ҡаҙаныштары һеҙгә айырыуса ҡәҙерле?

- Иң сағыу һөҙөмтәләргә өлгәшкән тәрбиәләнеүсем Нурислам Рәхимов, ул спорт мастеры. Күптән түгел Краснодар крайында Бөтә Рәсәй ярыштарында Камила Үтәғәлиева 2-се урын алды. Спорт мастерлығына кандидат Кристина Горлова биш йыл элек Рәсәй велоспорт Федерацияһы беренселегендә 150 ҡатнашыусы араһында көмөш миҙал яуланы. Ул велоспорт менән бары тик бер йыл ғына шөғөлләнгәйне. Артур Үмәрғәлин һәм Роман Осипов (икеһе лә спорт мастерлығына кандидат) Анапала һәм хатта Италияла Бөтә Рәсәй старттарында сығыш яһаны.

- Коллегаларға һәм спортсыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Велосипед спорты айырыуса тренерҙарҙан ҙур сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап итә. Ҡайһы берҙә көнөнә өсәр күнекмә үткәрергә тура килә. Хәүефһеҙлек тә мөһим, айырыуса, тиҙлектә, трассала эшләү. Минең кәңәшем - эшкә тулыһынса бирелеү, үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булыу. Шул саҡта, әлбиттә, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәйәсәк.

- Велосипед спорты менән шөғөлләнергә теләүселәргә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

- Әле төркөмдәр тулыланған, әммә сентябрҙән 7 йәше тулған медицина күрһәтмәләре буйынса ҡаршылыҡтары булмаған малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы үҙебеҙҙә көтәбеҙ. Һәр кем өсөн дәрестәр бушлай.


Фото Надежда Мөхәмәҙиеваның шәхси архивынан.

Һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн тырышлыҡ кәрәк
Һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн тырышлыҡ кәрәк
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас