Шашка – донъя буйынса миллионлаған кешене мауыҡтырған интеллектуаль өҫтәл уйыны. Беҙҙең илдә лә ул бик популяр. Шашканы мәктәптә лә, клубтарҙа ла, парктарҙа ла, хатта интернет аша ла уйнайҙар.
Янис Әлфир улының ата-әсәһе Ишембайҙа ғына түгел, республикала шашка спортын үҫтереүгә ҙур көс һалған билдәле тренерҙар. Гөлнара Зәки ҡыҙы – Рәсәйҙең спорт мастеры, Ишембай олимпия резервындағы шашкалар мәктәбе тренеры. Әлфир Мәскүр улы ситтән тороп шашка уйнау буйынса халыҡ-ара спорт мастеры. Янистың бер туған һеңлеһе Ләйсән Әлфир ҡыҙы ла шашка буйынса тренер.
Янис Сафин шашка менән ете йәштән шөғөлләнә башлай. Был спорт төрөнә уны әсәһе Гөлнара Зәки ҡыҙы ылыҡтыра һәм тренеры ла була. Ун бер йәшендә спорт мастерлығына кандидат исемен яулай. Ун биш йәшенән иһә Янис Владимир Мильшин етәкселегендә шөғөлләнә башлай. Мәктәптә уҡыған йылдарында шашка буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнашып ҙур еңеүҙәргә өлгәшә. Санкт-Петербургта үткән рус шашкалары буйынса Рәсәй беренселегендә икенсе урынға лайыҡ була. Һәм йыл һайын тиерлек Рәсәй беренселегендә призлы урындар яулай. Яҡташыбыҙ 11-се мәктәпте яҡшы билдәләр менән генә тамамлап, Стәрлетамаҡ физкультура колледжына уҡырға инә. Артабан әрме сафына алына, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә.
Янис Әлфир улы 2012 йылда Ишембайҙа шашкалар буйынса спорт мәктәбенә тренер булып эшкә урынлаша һәм бына 12 йыл инде балаларҙы отҡорлоҡ, зиһенде, интеллектуаль үҫеште арттырыусы спорт төрөнә ылыҡтыра. Тәрбиәләнеүселәренең еңеүҙәре менән ысын күңелдән ғорурлана Янис Әлфир улы. Ул бихисап спорт мастерлығына кандидаттар әҙерләгән. Яҡташыбыҙ тәрбиәләгән шашкасыларҙы билдәләп үтмәй булмай, улар - Донъя һәм Европа чемпионы Софья Степанова, һуҡырҙар спорты араһында Рәсәй чемпионы Ульяна Тафинцева, төрлө йәш категориялары буйынса Рәсәй чемпионаттары призерҙары Злата Парахина, Камила Дауытова, Милана Хазиева, Тимур Хәйретдинов, Давид Айытов.
Янис үҫмер сағында каратэ, футбол менән шөғөлләнһә, мәктәпте тамамлағас, ауыр атлетиканы үҙ итә. 2024 йылда ул “БР-ҙың иң яҡшы тренеры” маҡтау билдәһе менән наградлана. Быйыл ул ирегеттәр араһында рус шашкалары буйынса өс тапҡыр чемпион була.
- Шашка уйыны логик фекерләүҙе, математик һәләттәрҙе, сослоҡто, зирәклекте, хәтерҙе үҫтерә. Мин тормошомдо шашкаһыҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Тренерлыҡ эшемде артабан да дауам итәсәкмен. Әйткәндәй, шашкала ярышташыңды еңеүе ауыр. Мәҫәлән, Рәсәй чемпионатында уйнағанда еңеү анһат ҡына бирелмәй. Сөнки Рәсәй - донъялағы иң көслө шашка спортсыларын тәрбиәләгән ил. Унда донъя чемпиондары, гроссмейстерҙар ҙа ҡатнаша. Киләсәктә маҡсатым, ирҙәр һәм ҡатынҡыҙҙар араһында донъя чемпиондарын әҙерләү, - ти Янис Әлфир улы.
Янис Сафиндың тормош иптәше Нилә Хәлит ҡыҙы ла спортсы. Ул спорт һарайында бокс буйынса тренер булып эшләй.
- Билдәле спортсылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән Янис Әлфир улын бәләкәйҙән яҡшы беләм. Ул көслө шашкасы һәм бик күп спорт мастерҙарын, чемпиондарын әҙерләне. Уға артабан да еңеүҙәр һәм уңыштар теләйем, - ти яҡташыбыҙ хаҡында шашка буйынса спорт мәктәбе директоры Йәлил Сакаев.
ЕҢЕҮҘӘРЕ:
- Машина эшләүселәр клубы составында Рәсәй клуб чемпионатында өсөнсө урын (2005 й.);
- Халыҡ-ара шашкалар буйынса Рәсәй команда чемпионатының бронза призёры (2014 й.);
- Халыҡ-ара шашкалар буйынса Рәсәй команда чемпионатының өс тапҡыр көмөш призеры (2016 й.);
- Республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында күп тапҡырҙар чемпион һәм призер;
- Йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса Рәсәй кубогының көмөш призёры (2018 й.);
- Рус шашкалары буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2018 й.);
- Йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса Рәсәй команда чемпионаты чемпионы һәм халыҡ-ара шашкалар буйынса Рәсәй команда чемпионаты призеры (2020 й.);
- Рус шашкалары буйынса Рәсәй команда чемпионаты чемпионы (2021 й.);
- Йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса Рәсәй кубогы призёры (2021 й.);
- Йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса Рәсәй команда чемпионаты призёры (2022 й.);
- Ир-егеттәр араһында “Союз дәүләтенең асыҡ кубогы” халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе (2022 й.);
- Рус һәм халыҡ-ара шашкалар буйынса 2023 йылғы Рәсәй команда чемпионаттарының көмөш призёры;
- Йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса Рәсәй команда чемпионаты призёры (2024 й.);
- Рус шашкалары буйынса Рәсәй команда чемпионаты призёры (2024 й.).
- 2024 йылда ул “БР-ҙың иң яҡшы тренеры” маҡтау билдәһе менән наградлана.
«Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.
#ГрантыРБ #ФСГОРБ #смигранты2024
Автор фотолары