Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Август , 19:00

Еңеүҙәр көс кенә түгел, тырышлыҡ та талап итә

“Уңыш – ул юғары вазифа тигән һүҙҙе генә аңлатмай. Ул, тәү сиратта, юғары һөнәрилек – уникаль компетенциялар, сифатлы эш, хеҙмәт. Уңыштың тағы бер мөһим дәлиле – ҡаҙаныштарыңдың йәмғиәт тарафынан ҡабул ителеүе”, - тигәйне үҙенең бер сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Был тапҡыр һүҙҙәрҙе сәнәғәт, мәҙәниәт, мәғариф, фән өлкәһенә ҡарата ғына түгел, ә спортҡа бәйле лә ҡулланырға мөмкиндер. Тап ошо өлкәлә күп ҡаҙаныштар, еңеүҙәр яуланды. Спорт - ул беҙҙең асылыбыҙ, ысын йөҙөбөҙ.

Еңеүҙәр көс кенә түгел, тырышлыҡ та талап итә
Еңеүҙәр көс кенә түгел, тырышлыҡ та талап итә
Республикала спорттың үҫеше
 
Башҡортостанда физик культура һәм күмәк кеше ҡатнашлығында спорттың үҫеше сәләмәт йәмғиәттең ойошоуы һам халыҡтың йәшәү сифатын арттырыу өсөн мөһим роль уйнай. Спорт инфраструктураһы, комплекстар, стадиондар һәм тренажер залдары төҙөлөшөнә айырым иғтибар бүленә. Республикала физик культура һәм спорт менән 2,175 миллиондан ашыу кеше (физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә тыйыуҙарҙы, сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып) даими шөғөлләнә. Был халыҡтың 58,2 проценты тигән һүҙ.

Төбәктә йыл һайын 15,5 мең физкультура һәм күмәк кеше ҡатнашлығында спорт саралары ойошторола. Уларҙа 800 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Был – төрлө байрамдарға һәм билдәле даталарға бағышланған комплекслы спартакиадалар, фестивалдәр, универсиадалар һәм башҡа саралар. Мәҫәлән, спорт декадаһы, спорттың ҡышҡы төрҙәре көнө, Рәсәй саңғыһы, Олимпия көнө, Физкультурник көнө, Милләттәр кросы һәм башҡалар.

Әйткәндәй, 2022 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Универсиада ғәмәлгә индерелде. Был сара 30 спорт төрө буйынса үткәрелә. Спорт форумында 2022-2023 уҡыу йылында өс меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
 
Ишембайҙа хәлдәр нисек тора?

Ишембай районында физик культура һәм спорт өлкәһендә биш спорт мәктәбе, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комп-лексы, “Ишембай-Арена” боҙ һырғалағы, алты коммерциялы булмаған ойошма, 13 инструктор-методист эшләй. Туғыҙ ауыл Советында эшмәкәрлек алып барыла. Биш спорт мәктәбендә 2000-дән ашыу тәрбиәләнеүсе шөғөлләнә. 22 спорт төрө үҫеш алған.

Шул уҡ ваҡытта “Ауыл тренеры” дәүләт программаһы ла уңышлы эшләп килә. 2021-2023 йылдарҙа 20 Ишембай тренеры ошо проектта ҡатнашҡан һәм 600 меңдән бер миллионға тиклем аҡса алған. 2024 йылда был программала ҡатнашҡан шашка буйынса ике тренер-уҡытыусыға түләнелгән.

- Республикала спорт үҫешенә ҙур ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, 2022 йылдан Ишембай спортсылары Башҡортостан Республикаһы бюджетынан төп спорт төрҙәре буйынса әҙерлек булдырған ойошмаларҙы финанслау өсөн даими субсидия ала. Ошо уҡ йылда Ишембай велосипедсыларына 693 236 һум түләнелде һәм яңы велосипедтар һатып алды. 2023 йылда түләүҙәр 4 869 694 һумға тиклем үҫте. Субсидиялар велосипедсыларға, биатлонсыларға, боксерҙарға һәм шашкасыларға бирелде, - тип уртаҡлашты физик культура, спорт һәм туризм буйынса идаралыҡ етәксеһе Марат Зарипов. – 2024 йылда Ишембай районы 2 036 393 һум файҙаланырға планлаштыра – финанслау биатлон, велоспорт, еңел атлетика, бокс һәм шашка өсөн ҡаралған. Бынан тыш, ете шашкасы һәм өс көрәшсе спорт һәм БР Башлығы стипендияһын ала. 2024 йылда Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә өс спортсы лайыҡ булды. Спорт мастерлығына кандидат – 10 кеше. Беренсе разрядты 18 спортсы алды. 280 кеше күмәк кеше ҡатнашлығындағы разрядты үтәне.

Веломәктәп эшмәкәрлеге тураһында

- Быйыл бигерәк тә велосипед спорты ҡыуандыра. 1-се мәктәптең велоспорт буйынса тренер-уҡытыусыһы Надежда Мөхәмәҙиеваға Бөтә Рәсәй спорт судьяһы танытмаһы тапшырылды. Ул велоспорт буйынса башҡа тренерҙар менән берлектә Бөтә Рәсәй ярыштары призеры – Руслан Ғәзизовты тәрбиәләй, - тип һүҙен дауам итте Марат Ғәзинур улы.

Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән велоспорт мәктәбенә юлландыҡ, был көндә балалар күнекмәләр үтә ине. Беҙҙе ирле-ҡатынлы тренерҙар Надежда һәм Руслан Мөхәмәҙиевтар ҡаршы алды.

Тарихҡа күҙ һалғанда, 1-се спорт мәктәбенең велоспорт бүлегенә 1998 йылда нигеҙ һалынған. Бөгөнгө көндә унда 6-17 йәштәрҙәге 80 спортсы шөғөлләнә. Мәктәптә дүрт тренер-уҡытыусы эшләй. Улар менән танышып үтәйек: Руслан Мөхәмәҙиев – велоспорт буйынса Рәсәйҙең спорт мастерлығына кандидат, БР чемпионы, юғары категориялы тренер-уҡытыусыһы, Надежда Мөхәмәҙиева – Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәй чемпионы, юғары категориялы тренер-уҡытыусыһы, Юлия Елепина – беренсе категория тренер-уҡытыусыһы, Елена Фәйзуллина – беренсе категория тренер-уҡытыусыһы.
 
- Велоспорт буйынса спортсылар ҙур ҡаҙаныштарға, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ошо йылдар эсендә бер – Халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең дүрт спорт мастеры әҙерләнде. Ҡырҡтан ашыу спортсы Рәсәйҙең спорт мастерлығына кандидат исеменә эйә, - тип уртаҡлашты Надежда Сергеевна.

Тап ошо спорт төрө Мөхәмәҙиевтар ғаиләһен тыуҙыра ла инде, улар күнекмәләрҙе бергә үткән була. Үҫкәс, ғашиҡ йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. Руслан туғыҙ йәштән шөғөлләнһә, Надежда был спорт төрөнә 14 йәштән килә. Ғаилә башлығы күп тапҡырҙар БР Спорт мининистрлығының, муниципаль райондың рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Уларға терәк булып өс йәшлек Артем һәм ете йәшлек Максим үҫеп килә. Максим да ата-әсәһенең юлын дауам итеп, ошо спорт төрө менән шөғөлләнә. Был өлкәлә ул ете йыллыҡ тәжрибә туплаған, Ишембай районы беренселеге призеры.

Велобаза Промысла урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Руслан Ришат улы беҙгә бина буйлап экскурсия күрһәтте. Мәктәп эсендә күнекмәләр өсөн бөтә кәрәк-яраҡ бар: дөйөм физик әҙерлек һәм махсус өсөн ике спорт залы, сисенеп-кейенеү, душ бүлмәләре, оҫтахана, кер йыуыу машинаһы. Күнекмәләр күберәк саф һауала үтә. Шулай уҡ балаларҙың 19-сы мәктәптә шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Тәрбиәләнеүселәр спорт мәк-тәбе беренселегенән алып Рәсәй беренселегенең ярыштарында ҡатнаша. Быйыл улар төрлө кимәлдәге 30 стартта ярышҡан.

Йәш велосипедсылар менән таныштыҡ

Беҙ Бөтә Рәсәй ярыштары призеры Руслан Ғәзизов тураһында һораштыҡ, әле уның ҡайҙа булыуы тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.

- Руслан Ғәзизов – Башҡортостан Республикаһының күп тапҡыр чемпионы. Быйыл ул Ырымбурға Бөтә Рәсәй ярыштарына барып, критериум уҙышында өсөнсө урын алды. Артабан Рәсәй Спартакиадаһын уҙҙы, унда илдең 25 төбәгенән барлығы 110 үҫмер ҡатнашҡайны. Руслан шәхси һәм күмәк уҙышта 16-сы урын алды, - тине Надежда Мөхәмәҙиева. – Әлеге мәлдә ул Һарытау өлкәһе Пугачев ҡалаһында. 18 августа, ярыштарҙың тәүге көнөндә, күмәк кеше ҡатнашлығында уҙыш булды. Алда тағы өс көн ярыш көтөлә – шәхси, парлы уҙыштар һәм критериум. Пугачев ҡалаһынан һуң, спортсылар Һамар өлкәһе Тольятти ҡалаһына юлланасаҡ – унда Рәсәй беренселегенә ярыштар уҙасаҡ. Бынан һуң спортсылар Рәсәй беренселегенә Ростов ҡалаһына барасаҡ, парлы һәм командалы уҙыштар буласаҡ. Артабан Русланды трек көтә, шуға тиҙ генә ҡайтмаясаҡ. Беҙ уның еңеүҙәр менән ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.

Веломәктәптә шөғөлләнгән спорт-сыларҙың береһе – Семен Соболев, 2-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы.

- Мин был спорт төрө менән йыл ярым шөғөлләнәм. Велоспорт – ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле төр. Ул үҙеңдә тырышлыҡ тәрбиәләргә ярҙам итә, маҡсаттар ҡуйырға өйрәтә, - ти республика этабының күп тапҡыр призеры Семен.

Ҡыҙҙарҙан Аделина Ҡаһарманова менән таныштыҡ. Ул да 2-се мәктәптә уҡый, 9-сы класҡа бара.

- Тәүҙә веломәктәпкә ҡустым килде, уның нисек шөғөлләнеүен күреп, мин дә был спорт төрө менән ҡыҙыҡһына башланым. Һәм бына шөғөлләнеүемә биш йыл булып та китте. Ысынлап та, велоспорт яҡшы физик әҙерлек бирә. Республика ярыштарында беренсе урындар алғаным булды, хыялым – Рәсәй беренселегендә еңеүҙәр яулау.
 

Автор фотолары.
Еңеүҙәр көс кенә түгел, тырышлыҡ та талап итә
Еңеүҙәр көс кенә түгел, тырышлыҡ та талап итә
Еңеүҙәр көс кенә түгел, тырышлыҡ та талап итә
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: