Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июль , 13:00

«Ауыл тренеры» программаһы - яҡшы башланғыстарҙың береһе

2020 йылдан республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән «Ауыл тренеры» программаһы эшләп килә. Ул спортҡа битараф булмаған халыҡта киң популярлыҡ яуланы.

«Ауыл тренеры» программаһы - яҡшы башланғыстарҙың береһе
«Ауыл тренеры» программаһы - яҡшы башланғыстарҙың береһе

- Беҙ 2020 йылда “Ауыл тренеры” программаһын рәсмиләштерҙек. Тренерға грант бирелә – шуның өсөн ул ауылда биш йыл эшләргә тейеш. Ошо осорға күп ғаризалар алдыҡ (план буйынса түгел). Тимәк, был проект – уңышлы. Йыл һайын йөҙ тренерға ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, - тип уртаҡлашты Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында Радий Хәбиров.

Был проекттың башланыуына дүрт йыл үтте, тәүге һөҙөмтәләр ҙә ҡыуанырлыҡ.

Сер түгел, Радий Хәбиров үҙе йәш сағында көрәш менән шөғөлләнгән – шуға ла ул спорттың ҡәҙерен яҡшы белә һәм аңлай.

- Мин спорт һөйөүсе кеше булараҡ шуны аңлайым – тап ошо сара йәштәргә дөрөҫ юл күрһәтәсәк. Ул кәүҙәне генә сыныҡтырмай, күңелде лә көслө итә, кешенең киләсәген дә билдәләй. Шуға күрә беҙ спортҡа күп иғтибар бирәбеҙ, - тине ул Йәрмәкәйҙә бассейнлы яңы физкультура-һауыҡтырыу комлексын асҡан саҡта. Был буш һүҙҙәр генә түгел, ысынлап та, төбәктә спортҡа ҙур иғтибар бирелә.

“Ауыл тренеры” тәүге мәлдә ҙур булмаған тораҡ пункттары, ауылдар өсөн ғәмәлгә индерелде – был урындарға юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәр эшләргә килмәй ине. Тәүге йылдарҙа был эшкә түләү 600 мең һум тәшкил итте.

- Һуңғараҡ проект киңәйтелде һәм унда 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙың да ҡатнашыу мөмкинлеге булды. Проектта булған тренерҙарға түләү бер миллион һум тәшкил итте. Ишембай халҡы ла был сарала әүҙем ҡатнашты.

Дүрт йыл эсендә республика райондарында эшләүсе 176 тренер грант алды. Дөйөм түләүҙәрҙең хаҡы –134,8 миллион. Программаны ғәмәлгә ашырыуға йыл һайын 60 миллион һум аҡса китә.

2024 йылда Башҡортостан Республикаһының 11 муниципаль районынан һәм ҡалаһынан 21 тренер-уҡытыусы ошо түләүҙәрҙе алған. Улар араһында ике яҡташыбыҙ ҙа бар. Әйткәндәй, 2022 йылда “Ауыл тренеры” программаһында беҙҙең ҡала спорт мәктәптәренән 21 тренер ҡатнашҡан. Быйыл проектта шашка буйынса тренерҙар Йәлил Сакаев һәм Лилиә Әбделмәнова булды.

- Ҙур булмаған ҡалала, бигерәк тә ауылда, тренер – ул оҫта-универсал. Ул – педагог та, ойоштороусы ла, инструктор-методист та, хатта, кәрәк булғанда ҡаҙаҡ ҡағыусы хеҙмәткәр ҙә. Шуға ла төпкөл ауылдарға йәштәрҙе эшкә йәлеп итеү өсөн был программа бик уңайлы, - тине шашка мәктәбе уҡытыусыһы Йәлил Сакаев.

Йәлил Хәнәфи улы – ҙур стажлы етәксе. Ул спортсыларҙың һәм мәктәп етәкселәренең проблемаларын яҡшы аңлай. Программаның тәүге һөҙөмтәләре буйынса ла ихлас уртаҡлашты.

- Бер кем өсөн дә сер түгел, Ишембай – спортсылар ҡалаһы. Был хаҡта төрлө кимәлдәрҙәге еңеүҙәр үҙҙәре үк әйтеп тора, - тине ул. – Һуңғы йылдарҙа республика етәксеһенең ярҙамын ныҡ тоябыҙ. Мәҫәлән – спорттың база төрҙәрен субсидиялау, был өлкәгә шашка ла ҡарай. Һуңғы ике йылда беҙ инвентарь, БР-ҙың йыйылма командаһына форма һатып алыуға һәм ярыштар үткәреү өсөн биш миллионға яҡын субсидия алдыҡ. Бындай хәл ун йыл тирәһе күҙәтелмәне. Ошо аҡсаға электрон сәғәт, демонстрация таҡталары спортсыларға яңы кейемдәр һатып алдыҡ. Алдынғы 15 спортсыбыҙ республика бюджетынан стипендия ала, был да бик мөһим хәл. Ысынлап та, спорт үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла, шуға ла тренерҙарға биш йыл эсендә был эште башҡарыу проблема түгел.

“Ауыл тренеры” программаһына көрәш, самбо, хоккей, еңел атлетика, футбол, баскетбол, грек-рим көрәше һымаҡ спорт төрҙәре ингән. Һәр теләгән тренер ғариза бирә ала, ләкин уның, тәү сиратта, педагог булыуы, сараларҙы ойоштороу һәләте мөһим. Субсидия аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, ипотеканы ҡаплауға йәки автомобиль һатып алыуға ҡулланырға мөмкин.

- Мин һигеҙ йәштән шашка мәктәбендә шөғөлләндем, ул – минең икенсе йортом, - тип һөйләне Лилиә Әбделмәнова. – Ошо учреждениела 20 йыл уҡытам, 11 йыл директорҙың спорт эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләйем. Балалар-үҫмерҙәр спортын яйға һалыу тураһындағы 127-се федераль закон бик мөһим. Уның ярҙамында беҙ өҫтәмә белем биреү учреждениелары исемлегенә индек, тренерҙар педагог статусын алды. Хәҙер беҙ педагогия стажына өмөт итә алабыҙ – был пенсияға алдан китеү өсөн дә мөһим. Ошо программала ҡатнашыу өсөн өҫтәмә белем биреү учреждениеһында тренер-уҡытыусы булып эшләү кәрәк ине.

Шашка уйыны – ишембайҙар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, был спортта уларға тиңдәр юҡ. Шашкасылар ағымдағы йылда ла ҙур ҡаҙаныштарға лайыҡ булды. Мәҫәлән, София Степанова Европа беренселегенең миҙалдар комплектын яуланы, Ульяна Тафинцева – Рәсәй беренселегенең өс алтын миҙалына эйә. Өфөлә йөҙ шаҡмаҡлы шашкалар буйынса беренселектә миҙалдарға Милана Хажиева, Глеб Порошин, Ринат Кирәев һәм Камилла Дауытова лайыҡ булды. Был йәш спортсылар РФ йыйылма командаһына инде. Әйтергә кәрәк, бөтә Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәре командалары ярышында ҡаланың 2-се мәктәбе икенсе урын алды (36 команда араһынан), уға тиклем улар БР беренселегенең еңеүсеһе ине.

Оло быуын спортсыларының да уңыштары күп. Владимир һәм Максим Мильшиндар БР йыйылма командаһы составында Рәсәй чемпионы исемен яулауға өлгәштеләр. Рәсәйҙең шәхси чемпионатында ир-егеттәр араһында Анатолий Татаренко бронза миҙал алды. Турнирҙарҙа ҡатнашыу – ул приз алыу, еңеү яулау ғына түгел, ә үҙ оҫталығыңды ла күрһәтеү. Ағымдағы йылда республика һәм Рәсәй кимәлендә биш кеше спорт мастерлығына кандидатлыҡ нормативын үтәне, 30 йәш шашкасы ошо разрядты иҫбатланы. Мәҫәлән, Вадим Әхтәмов “спорт мастеры” исемен яулауға беренсе тапҡыр нормативтар башҡарҙы. Әлеге мәлдә шашка мәктәбенә 150 бала йөрөй, уларҙың 36-һы – РФ һәм БР йыйылма командалары ағзалары.

- Бөгөн йәш белгестәр, тренерҙар өсөн яңы шарттар тыуҙырыла, балаларҙың улар етәкселегендә шөғөлләнеү мөмкинлеге бар, - тип уртаҡлашты Лилиә Әбделмәнова. – Лайыҡлы тренер исемен яулау өсөн яҡшы спортсы ғына түгел, ә талантлы педагог вазифаһына эйә булыу ҙа мөһим. Мәҫәлән, беҙҙә икенсе ойошманан бер кеше эшләй, предприятиела тейешле хеҙмәт ала. Ни өсөн ул беҙҙә эшләйме? Ҡасандыр ул шашка уйыны менән шөғөлләнгән, “спорт мастеры” тигән исеме лә бар.
Беҙҙең районда ғәмәлгә индерелгән программалар, шул иҫәптән, “Ауыл тренеры” сараһы тренерҙарҙың эше баһаланһын һәм улар лайыҡлы эш хаҡы алһын өсөн маҡсатланған.


Фотолар шашка мәктәбе архивынан.

«Ауыл тренеры» программаһы - яҡшы башланғыстарҙың береһе
«Ауыл тренеры» программаһы - яҡшы башланғыстарҙың береһе
«Ауыл тренеры» программаһы - яҡшы башланғыстарҙың береһе
«Ауыл тренеры» программаһы - яҡшы башланғыстарҙың береһе
«Ауыл тренеры» программаһы - яҡшы башланғыстарҙың береһе
Автор:Мария СЕМЕНОВА.
Читайте нас: