Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Апрель , 13:49

Ауыл Советтары ярышты

6 апрель көндө Кинйәбулат ауылы мәктәбе спорт залында волейбол буйынса Ишембай районы беренселеге уҙҙы. Ярыш ауыл Советтары араһындаға Спартакиада иҫәбенә ойошторолдо.

Ауыл Советтары ярышты
Ауыл Советтары ярышты

Ишәй, Ҡолғона, Петровск, Һайран һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәләре ҡатын-ҡыҙҙары командалары үҙ-ара ярышты. Уйын сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Һәр команда ла үҙ оҫталығын күрһәтеп, еңеү яуларға тырышты.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе командаһы - беренсе, һайрандар - икенсе, ишәйҙәр өсөнсө урын алды.

 

Фото: https://vk.com/club215385375

Ауыл Советтары ярышты
Ауыл Советтары ярышты
Ауыл Советтары ярышты
Ауыл Советтары ярышты
Ауыл Советтары ярышты
Ауыл Советтары ярышты
Ауыл Советтары ярышты
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: