Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль , 09:00

Илһөйәрҙәр Байғужала йыйыла

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 23 февраль көндө Байғужа ауыл мәҙәниәт йортонда «Ватанға дан!» тип аталған спорт-мәҙәни конкурсы ойошторола.

Илһөйәрҙәр Байғужала йыйыла
Илһөйәрҙәр Байғужала йыйыла

Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Команда 8 кешенән торорға тейеш.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 22 февралгә тиклем [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.

Төрлө һорауҙар буйынса белешмәне райондың мәҙәниәт бүлегенә 8 (34794) 6-48-52, 6-48-53 телефон номерҙары буйынса шылтыратып белергә була.

 

Конкурс положениеһы: https://ishimbaikultura.ru/metodicheskij-kabinet/polozheniya-konkursov/2024/02/847/

 

16+

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: