Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль , 22:00

Ауыл хәбәрҙәре

Маҡар ауылы спорт залында Маҡар һәм Һарғай ҡатын-ҡыҙҙары командалары араһында спартакиада үтте.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Дартс бәреү буйынса Һарғай командаһы, ә кәрзингә туп төшөрөүҙә маҡарҙар алдынғы булды. Ҡалған уйын һөҙөмтәләре буйынса ла командаларҙың көстәре тигеҙ барҙы.

Эш башы еңеүҙә түгел, ә ҡатнашыуҙа, тигән уртаҡ фекергә килде барыһыла.

Ҡатнашыусылар татлы приздар һәм бәләкәй генә булһа ла бүләктәр алып, иҫтәлеккә фотоға төштө.

 

Фото: https://vk.com/makarsdk

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Маҡар ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: