

Республиканың төрлө ҡалаларынан йыйылған йәш спортсыларҙы «Рәсәй йәштәре» йәмғиәт-дәүләт физкультура-спорт берекмәһенең БР буйынса бүлеге рәйесе Миҙхәт Мусаҡаев сәләмләп, ярыштарҙа уңыштар теләне.
Беҙгә студенттарҙың береһе – гир күтәреүҙә 71 хәрәкәт яһаған Глеб Малыгин менән һөйләшергә тура килде. Егет үҙе Өфө районы Булгаково ҡасабаһынан, Ишембай нефть колледжында белем алып йөрөй.
- Мин гир күтәреүселәрҙең сығышын күреү менән, был спорт төрөн яраттым. Шунда аңланым: был шөғөл – минеке. Шулай итеп, Рәсәйҙең гир спорты буйынса спорт мастеры, тренер Андрей Слапогузовта шөғөлләнә башланым, - тип уртаҡлашты Глеб. – Был спорт – иң ауыр спорттарҙың береһе. Үҙеңде формала тотоу өсөн даими күнекмәләр эшләү мөһим. Бынан тыш, ихтыяр көсө, психологик яҡтан ныҡлыҡ кәрәк. Иң мөһиме, шөғөлләнеүҙе туҡтатмаҫҡа һәм ярыштарға һәр саҡ әҙер булыу мотлаҡ.
Автор фотолары.