

- Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн самбо буйынса оҫталыҡ дәресен тәүге тапҡыр үткәрәбеҙ, әммә киләсәктә йышыраҡ үткәрергә теләйбеҙ, - ти Александр Визгалов. - Балаларға спорттың төрлө төрҙәре менән шөғөлләнеү мөһим, был аҡыл һәм физик үҫешкә булышлыҡ итә.
Оҫталыҡ дәресе башланыр алдынан унда ҡатнашыусылар беҙгә таныш булған зарядканы түгел, ә тотош гимнастика алымдарын башҡарҙы: эскә ятып шыуышыу, тубыҡланып йүгереү... Артабан спорт секцияһы тәрбиәләнеүселәре парлап хәрби сәнғәттең төп алымдарын күрһәтте, ә һуңынан малайҙар тренер Александр Визгалов менән сиратлап көрәште. Еңеүҙән һуң ҡатнашыусыларҙың йөҙөндә йылмайыу барлыҡҡа килде, улар дәртләнеп һәр хәрәкәтте ҡабатларға тырышты.
- Беҙ Визгаловтар ғаиләһе менән мөнәсәбәттәрҙе күптән һаҡлайбыҙ. Улар беҙгә ғәҙәти һәм “үҙенсәлекле” балалары булған ғаиләләр менән уртаҡ тел табырға, берләшергә ярҙам итте. Хәҙер берлектәге саралар һәм аралашыу арҡаһында беҙ бер-беребеҙ менән яҡынлаштыҡ, - тип һөйләне инвалид бала әсәһе Татьяна Надеева. - Бөгөн һәр беребеҙ бында аралашырға һәм был спорт төрө менән танышырға килдек, ул беҙҙең өсөн яңылыҡ булып тора. Өс йыл буйына беҙ слэдж-хоккей менән шөғөлләнәбеҙ, минең өсөн “бер ҡасан да” һүҙе юҡ.
Автор фотоһы.