

- Беҙңең спортсылар Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй кимәлендә генә түгел, ә донъя кимәлендә лә арҙаҡлы, - тип һүҙ башланы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакиров. - Александр Григорьев беҙҙең ҡалала тренер, уҡытыусы булып 1979 йылда эшләй башлаған. Уның тәрбиәләнеүселәре юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, улар араһында - Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Шуныһы ҡыуаныслы, Ишембайҙа спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Спорт менән шөғөлләнеү һаулыҡ өсөн генә түгел, ә үҙ-үҙеңде тәрбиәләү, контролдә тотоу өсөн дә мөһим.
Автор фотолары.