

Ишембайҙар айырыуса грек-рим көрәше менән яратып шөғөлләнә. Был спорт төрө секцияһына әле яҡынса 130 кеше йөрөй. Тап шуға Ишембайҙа йылда грек-рим көрәше буйынса республика чемпионаттары һәм беренселектәре үткәрелеп тора.
17 ноябрь Ишембайҙа СССР-ҙың спорт мастеры А.Н.Григорьев иҫтәлегенә республика турниры ойошторола һәм республиканың төрлө ҡала-райондарынан 200-ҙән ашыу спортсы килеүе көтөлә. Финал алыштар 18 ноябрҙә уҙасаҡ.
Турнир Спорт һарайында була. Башланыу ваҡыты 10.00 сәғәттә.