Ярышта муниципаль район хакимиәте, ауыл биләмәләре, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары, учреждениелар һәм уҡыу йорттары командалары ҡатнашты.
- Бындай ярыштарҙа мин мәктәптән алып ҡатнашам. Бөгөн өсөнсө урынға лайыҡ булдым, - тип уртаҡлашты Үҙәк балалар китапханаһы хеҙмәткәре Надежда Войновка. - Шулай уҡ ГТО нормативтарын да тапшырам. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында уҡығанда ГТО буйынса көмөш билдә менән баһаландым.
Автор фотоһы.