Спорт
18 Август 2023, 07:00

Башҡортостан шашкасылары Яҡут республикаһында турнирҙа өс алтын миҙал яуланы

Башҡортостан шашкасылары Яҡут республикаһында үткән Бөтә Рәсәй ярыштарында дүрт алтын миҙалдың өсәүһен яуланы. Иң юғары наградаларға «Башҡортостан» шашка клубы спортсылары лайыҡ булды.

Башҡортостан шашкасылары Яҡут республикаһында турнирҙа өс алтын миҙал яуланыБашҡортостан шашкасылары Яҡут республикаһында турнирҙа өс алтын миҙал яуланы
Башҡортостан шашкасылары Яҡут республикаһында турнирҙа өс алтын миҙал яуланы

Якутскиҙа Республика шахмат-шашка үҙәгендә Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Н.Н. Кычкин иҫтәлегенә йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары тамамланды. 

Александр Георгиев классик һәм «йәшен тиҙлегендәге» уйында еңеүсе булып танылһа, Айгөл Иҙрисова «йәшен тиҙлегендәге» уйында беренселек яуланы. Башҡортостандан тағы ла бер вәкил Муродулло Амриллаев етенсе урын алған.

 

Башинформ

Башҡортостан шашкасылары Яҡут республикаһында турнирҙа өс алтын миҙал яуланы
Башҡортостан шашкасылары Яҡут республикаһында турнирҙа өс алтын миҙал яуланы
Автор:
Читайте нас