

Ярышта республиканың төрлө районҡалаларынан йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Унда Ишембай нефть колледжы студенттары район данын яҡлап сығыш яһаны.
Һөҙөмтәлә, үҫмерҙәр араһында Илнур Вилданов – алтын, Илфат Абдулов һәм Ғәлим Ишмөхәмәтов көмөш миҙал алды. Ирҙәр араһында Марсель Фәйзуллин – беренсе, Айнур Кинйәбаев икенсе урынға лайыҡ булды.
Еңеүсе һәм призерҙарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Беренсе урынға – 30 мең һум, икенсегә - 20 мең, өсөнсө урын өсөн 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.