Спорт
11 Июнь 2023, 11:00

Ишембай тренерына - бер миллион һум!

2 июндә Республика йортонда физик культура һәм спорт үҫеше һорауҙары буйынса Советтың сираттағы ултырышы уҙҙы.

Ишембай тренерына - бер миллион һум!Ишембай тренерына - бер миллион һум!
Ишембай тренерына - бер миллион һум!

Уның барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика спорты үҫешенә тос өлөш индергәндәргә дәүләт наградалары, спорт стипендиялары һәм “Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә сертификаттар тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Ишембай тренеры Ксения Степко ла бар. Радий Фәрит улы уға “Ауыл тренеры” программаһы буйынса бер миллион һумлыҡ сертификат бирҙе.

Ксения Степко бер нисә йыл ҡаланың 4-се спорт мәктәбендә балаларҙы гимнастика буйынса өйрәтә. Уның тәрбиәләнеүселәре төрлө ярыштарҙа даими рәүештә еңеүгә өлгәшеп торалар.


Фото Ксения Степконың шәхси архивынан.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас