Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Май 2023, 13:00

Ишембайҙа велоуҙыш була

21 майҙа Ишембайҙа Бөтә Рәсәй Велосипедсы көнөнә арналған велосипедсылар ярышы үтәсәк. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Ишембайҙа велоуҙыш була
Ишембайҙа велоуҙыш була

12.25 сәғәттә ҡатнашыусылар Ленин исемендәге майҙандан старт аласаҡ. Маршрут Ленин проспекты, Промысла, Горький, Хоҙайбирҙин урамдары аша саңғы базаһына тиклем бара. Велоуҙыштан һуң 18-29, 30-49, 50 һәм унан да өлкән йәштәгеләр араһында ярыш ойоштороласаҡ. Шулай уҡ теләге булған һәр кем өс километр дистанцияла үҙен һынап ҡарай ала. 3-6 йәшлек балалар араһында ла уҙыш үткәреләсәк.

Ярышта беговел, ике, өс, дүрт тәгәрмәсле велосипедта ҡатнашырға рөхсәт ителә. Бынан тыш, велосипедта фигуралы йөрөү буйынса ярыш та ойоштороласаҡ. Ә 14.00 сәғәттә саңғы базаһында Башҡортостан беренселеге үтәсәк.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: