Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Апрель 2023, 16:00

“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды

З.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡыусылар араһында “Юрматы мәргәне” тип аталған уҡтан атыу буйынса ярыш үтте.

“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды

Бөтәһе 50-нән ашыу бала ҡатнашты, уларҙан 35 бала - 2-се «Аҡтайлаҡ» башҡорт гимназияһының уҡсылар клубы тәрбиәләнеүселәре, ҡалғандары Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм Федоровка районынан.
«Аҡтайлаҡ» түңәрәге етәксеһе Зөһрә Кинйәбаева һүҙҙәренсә, балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә, уларҙың һәр береһенең үҙ уҡ-йәйәләре бар. Командаға гимназия етәкселеге, бағыусылар һәм ата-әсәләр ҙур ярҙам күрһәтә.
Быйыл “Юрматы мәргәне” ярышы тәүгә ойошторолдо, киләсәктә уны республика кимәленә сығарыу күҙаллана.

 

Автор фотолары һәм видеоһы

“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
“Юрматы мәргәне” ярышы старт алды
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: