Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Март 2023, 15:00

Баскетбол буйынса беренселек

Бөгөн Кинйәбулат урта мәктәбендә муниципаль этап буйынса 2008-2009 йылғы уҡыусылар араһында, Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының ХХV Спартакиадаһы иҫәбенә, 2022-2023 йылғы миҙгелдең «Гагарин исемендәге кубок»ына мәктәп баскетбол лигаһы чемпионаты сиктәрендә баскетбол ярыштар үтте. Барлығы 10 команда ҡатнаша.

Баскетбол буйынса беренселек
Баскетбол буйынса беренселек

- Беҙҙең райондан кисә үткән ярыштарҙа ҡыҙҙар араһында 7 команда ҡатнашты. Беренсе урынды - Маҡар, икенселә - Петровский, өсөнсөлә Кинйәбулат мәктәбе, - ти ярыштарҙың төп судьяһы Рөстәм Мифтахов яуланы.

Юрий Гагарин исемендәге мәктәп баскетбол лигаһы Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сиктәрендә уҙғарыла.

 

Автор фотолары.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: