+22 °С
Болотло
Ишембайҙың спорт һарайында үткән егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында ҡул һуғышы буйынса Башҡортостан Республикаһының асыҡ беренселегендә һигеҙ йәштән 15 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты.
Ярыш Ишембайҙа тыуып үҫкән полиция генерал-майоры Эмир Ниғәмәтйәновтың иҫтәлегенә арналды. Абруйлы ҡунаҡтар араһында уның хәләл ефете Римма Сантимир ҡыҙы ла бар ине. Шулай уҡ йәш спортсыларҙы Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының сәнәғәт һәм ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Рәмил Абдуллин, БР Дәүләт Йыйылышы - Үҙидара депутаты, БР ҡул һуғышы федерацияһы президенты Александр Работяев сәләмләне.
Автор фотолары һәм видеоһы.