- 13-14, 15-16, 17-18 йәштәр категорияһындағы көрәшселәр туғыҙ ауырлыҡ категорияһында көс һынашты, - тип уртаҡлашты 2-се спорт мәктәбе тренеры Марат Зарипов. - Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға Малик Йәмилев (55 кг) лайыҡ булды. Икенсе урынды Динислам Фәйзуллин (80 кг) алһа, өсөнсө урында – Илфат Абдулов (60 кг). Рәсми булмаған команда зачетында Татарстан йыйылма командаһы еңеү яуланы. Беҙҙең республика икенсе урынға сыҡты, өсөнсө урында – Төмән өлкәһе.
Ҡазанда үткән беренселек һөҙөмтәләре буйынса Донъя беренселегендә ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең йыйылма командаһы тупланасаҡ. Был сара июнь айында Татарстан республикаһында үтәсәк. Унда йыйылма команда составында Динислам Фәйзуллин ҡатнашасаҡ.
Йәш көрәшселәрҙе ярышҡа тренерҙар Марат Зарипов һәм Айнур Кинйәбаев әҙерләй.
Фото: Марат Зариповтың архивынан.