Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Март , 13:00

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр

2023 йыл Рәсәйҙә “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип иғлан ителде. Хөкүмәтебеҙ уҡытыусының эшен юғары баһалауы, киләсәк быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә уның роленең баһалап бөткөһөҙ икәнен аңлауы, тип ҡабул иттем мин был ҡарарҙы.

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр

Һүҙем Ҡолғона ауылының бер нисә быуын балаларына физкультура, башланғыс хәрби әҙерлек, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәндәре буйынса белем биргән Мәхмүт Ибраһим улы Мусин тураһында. Бер нисә йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән Мәхмүт Ибраһим улын ауылдаштары, уҡыусылары, коллегалары оло ихтирам менән иҫкә ала. Ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле, белемле, тәрбиәләнеүселәрен яратҡан уҡытыусы, остаз булды ул. Мәхмүт ағай Ҡолғона ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ибраһим Ғиниәт улы һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы Мәликә Закир ҡыҙының ғаиләһендә донъға килә. Урта белемде Маҡар мәктәбендә ала һәм Ҡолғона һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Ике йыл әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, туған мәктәбендә эшен дауам итә. Күмертау физкультура техникумын ситтән тороп тамамлай. Ғафури районы һылыуы Роза Иҙрис ҡыҙы ауылға медицина училищеһын тамамлап килә. Аҡыллы, ипле ҡыҙ йәш егеттең күңелен яулай. Йәштәр оҙаҡ та үтмәй өйләнешеп тә ҡуя. Гөрләтеп донъя көтә улар. Дүрт балаға ғүмер биреп, уҡытып, оло тормош юлына сығаралар. Әлеге ваҡытта ата нигеҙендә Мәхмүт ағайҙың кесе улы Булат ғаиләһе менән йәшәй. Уҡытыусының ғүмерен ейәндәре, ейәнсәрҙәре дауам итә.

Мәхмүт ағай мәктәптә эшләгән осорҙа спорт ярыштарының ниндәйҙәре генә үткәрелмәне! Физик яҡтан көслө егеттәр тәрбиәләне ул. Башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәренең дә өлкән класс уҡыусылары өсөн роле баһалап бөткөһөҙ ине. Мәктәптә йәш уҡытыусыларға остаз, кәңәштәрен биреүсе, коллективтың алыштырғыһыҙ профсоюз ойошмаһы рәйесе, ауыл, район советы депутаты, 2006 йылда хеҙмәт уңыштары өсөн бирелгән “Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙә маҡтаулы хеҙмәткәре” билдәһенә лайыҡ булған хөрмәтле ир-уҙаманды ауылдаштары онотмай. Уның тураһындағы яҡты хәтирәләр менән йәшәй. Мәхмүт ағай йыл һайын 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап саңғы ярыштары үткәрә торғайны.

Быйыл хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙы иҫкә алып, ауылдаштарыбыҙ саңғыға баҫты. Сарала өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар Мәхмүт Ибраһим улының балалары биргән бүләктәрҙе алып ҡыуанды. Саңғы ярышы булған көндө тәбиғәт үҙе лә беҙҙең менән бергә шатланды шикелле. Көн ҡояшлы, яуым-төшөмһөҙ булды. “Барыбыҙ ҙа саңғыға!” акцияһында ҡатнашып, хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙы иҫкә алған сараны ойоштороусылар - Ҡолғона ауылының мәҙәни үҙәге директоры Ғөбәйҙуллина Гөлсинә Ғаффар ҡыҙына, хакимиәт башлығы Мостафин Моғаттар Мөхтәр улына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, дауаханала, мәктәптә эшләүселәргә, ағинәйҙәргә, уҡыусыларға, барлыҡ ауылдаштарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ауыл Советы депутаты Суфиев Илдар Ибраһим улы, спорт буйынса методист Хәбирова Гөлшат Нәҙербай ҡыҙы ла саңғы ярышын тейешенсә үткәреүҙә бик тырыштылар.

Матур сара халҡыбыҙҙың “Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән” тигән матур мәҡәленең дөрөҫлөгөн тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. 

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Автор:Лилиә МӨХӘМӘҘУЛЛИНА, Н.Мусин исемендәге йорт-музейы хеҙмәткәре.
Читайте нас в