Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар 2023, 14:00

Ишембай спортын үҫтереүсе

Күптәр Ишембай тураһында һүҙ барғанда уны башҡорт нефтенә нигеҙ һалыусы ҡала, “икенсе Баҡы” булараҡ иҫкә ала. Бынан тыш, Ишембай – бөтә донъяға танылған көслө шашкасылар, биатлон буйынса олимпия чемпионы Галина Куклеваны үҫтергән төбәк тә. Редакциябыҙҙың сираттағы ҡунағы – муниципаль райондың почетлы гражданины, спорт ветераны Рәшит ИСМӘҒИЛЕВ менән Ишембайҙа спорт үҫеше тураһында һөйләштек.

Ишембай спортын үҫтереүсе
Ишембай спортын үҫтереүсе

Рәшит Әхйәм улы Шишмә районының Арыҫлан ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫә. Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң артабанғы белемен район үҙәгендәге рус мәктәбендә дауам итә.

- Уҡыу еңел бирелмәне. Шул сәбәпле күпселек яҡташтарым белем алыуҙы ярты юлда ҡалдырып, әйләнеп ҡайтып китте, - тип хәтерләй Рәшит Әхйәм улы. – Һөнәри белемде Өфө физик культура һәм спорт техникумында алдым.

Дипломлы белгес Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәү өсөн өс йылға хәрби-диңгеҙ флотына юллана.

- Хәрби хеҙмәт йылдары ныҡлы хәтерҙә ҡалған. Ул осорҙа мине Советтар Союзының коммунистар партияһына кандидат итеп алдылар. Офицерҙар менән бергә хатта кәңәшмәләргә лә йөрөнөм, - тип хәтерләй ул.

Флотта хәрби хеҙмәттән һуң Исмәғилев эшкә йүнәлтмә алыу өсөн ул саҡтағы Башҡортостандың мәғариф министры Фатима Мостафинаға мөрәжәғәт итә. Һәм 1959 йылда ул Ишембайҙың 16-сы мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Шул уҡ йылда Рәшит Исмәғилевты физкультура уҡытыусыларының методик берләшмәһе етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны ул 16 йыл башҡара.

Рәшит Әхйәм улы хәтерләүенсә, ул хеҙмәт юлын башлаған дәүерҙә ҡала мәктәптәрендә тик өс спорт төрөн – футбол, еңел атлетика һәм биатлонды ғына өйрәтәләр. Геройыбыҙ иһә тағы һигеҙ спорт төрөн индереүгә өлгәшә. Уның тырышлығы менән шулай уҡ һәр мәктәптә хөрмәт таҡтаһы булған физкультура мөйөштәре булдырыла.

- Уҡыусы малайҙар менән өҫтәл теннисын уйнау өсөн өҫтәлдәр, ракеткалар эшләгәнебеҙ хәтерҙә. Шулай итеп беренсе тапҡыр ҡала беренселегендә ҡатнаша башланыҡ. Ә инде уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Башҡортостан чемпионатына барып, минең уҡыусыларым өсөнсө урын алды, - тип ғорурлыҡ менән иҫкә ала Исмәғилев. – 16-сы мәктәп директорына бокс оҡшай ине һәм беҙ был спорт төрө буйынса секция ойоштороп ебәрҙек. Миңә үҙебеҙҙең мәктәп уҡыусыларынан тыш ҡаланың Һул яҡ яр, Перегонный ҡасабаларынан да егеттәр йөрөнө. Аҙаҡ мин был төркөмдө тәжрибәле спортсы Өлфәт Төхвәтуллинға ышанып тапшырҙым.

Ҡала мәктәптәрендә өс йәш төркөмө буйынса спартакиадалар уҙғарыла башлай. Бынан тыш Рәшит Әхйәм улы физкультура уҡытыусылары өсөн аҙнаһына бер ирекле көн булдырыуға ирешә.

- Беҙ һәр шишәмбе физкультура уҡытыусылары менән йыйылышып, үҙ йүнәлешебеҙ буйынса докладтар менән сығыш яһап, асыҡ дәрестәр үткәрҙек. Спорт, судьялыҡ өлкәһендәге яңылыҡтар, үҙгәрештәр тураһында һөйләшә инек, - тип аңлата Рәшит Исмәғилев.

1969-1977 йылдарҙа ул пионер лагерҙары начальнигы була, ә 1978 йылдың 1 ғинуарынан физик культура һәм спорт буйынса ҡала комитетын етәкләй башлай. Быға тиклем уға спортты мәктәп уҡыусылары араһында үҫтерергә тура килһә, хәҙер иғтибарын өлкәндәргә лә йүнәлтә.

Рәшит Әхйәм улының Ишембайға төрлө спорт төрҙәре буйынса белгестәрҙе йәлеп итергә тырышыуын айырыуса билдәләп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, 16-сы мәктәптең физика уҡытыусыһы велогонка, конькиҙа йүгереү буйынса спорт мастеры була һәм ул стадионда конькиҙа йүгереү секцияһын алып бара башлай. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Башҡортостандың йыйылма командаһының яртыһын Ишембай спортсылары тәшкил итә.

- Ишембайға эшкә Юрий Черток килә. Ул шашка буйынса спорт мастеры була. Беҙҙең ҡалала был спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр булмай. Мин уға ҡала беренселеген ойоштороп, ишембайҙарҙа был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу уятырға тәҡдим иттем. Бынан һуң Юрийҙы Башҡортостан чемпионатына саҡыралар, аҙаҡ ул йыйылма команда иҫәбендә Рәсәй беренселегендә ҡатнаша. Тап шул осор Ишембайҙа пионерҙар һарайы асыла һәм беҙ унда шашка буйынса секция ойоштороп ебәрҙек. Һөҙөмтәлә, Ишембайҙа Тамара Танһыҡҡужина кеүек көслө спортсылар үҫеп сыға. Геофизик булып эшләгән Юрий Черток тап беҙҙең ҡалала шашка буйынса танылған тренер булып
китә, - тип хәтерләй Рәшит Исмәғилев. 

Бер йылды Ишембайға шашка буйынса донъя чемпионы Вячеслав Щеголев килә. Мебель фабрикаһында 150 шашка таҡтаһы эшләнеп, пионерҙар һарайында бер юлы 150 спортсы донъя чемпионына ҡаршы уйнай. Ике уйын ғына тигеҙ иҫәп менән, ә ҡалғандары билдәле спортсының еңеүе менән тамамлана. Тигеҙ иҫәпкә уйнаған ике кешенең береһе – Йәлил Сакаев. Ул ваҡытта инженер булып эшләгән Йәлил Хәнәфи улы хәҙер инде оҙаҡ йылдар Ишембайҙа шашка буйынса спорт мәктәбен етәкләй. Уның исеме ҡалабыҙҙа ғына түгел, бөтә республикаға яҡшы билдәле.

Рәшит Исмәғилев етәкселеге аҫтында Ишембайҙа ҙур саңғы-роллер трассалы саңғы базаһы төҙөлә. Тик унда эшләргә тренер булмай һәм Рәшит Әхйәм улы Өфөнән биатлон буйынса танылған тренер Владимир Новожиловтың Ишембайға эшкә килеүенә ирешә. Был спорт төрөндә тәүге уңыштар булғансы күп кенә ҡатмарлыҡтар менән осраша улар. Тиҙҙән бер юлы алты кеше спорт буйынса мастер исемен ала: Вячеслав Станков, Радик Солтанов, Владимир Суслов, Владимир Машков, Владимир Митюшников, Сергей Агуреев. Сағыу һәм таланты спортсы Галина Куклева 1998 йылда Японияла ҡышҡы Олимпия уйындарында алтын миҙал яулап бәләкәй генә Ишембайҙы Олимпия чемпионын тәрбиәләгән төбәк булараҡ бөтә донъяға таныта.

- Үҙ эшеңде яҡшы башҡарыр өсөн ҡаланың нисек йәшәүен, халыҡтың нимә менән шөғөлләнеүен аңларға кәрәк. Шулай уҡ барлыҡ тренерҙарҙы ла белергә, улар
менән бәйләнештә булыу мөһим, - тип иҫәпләй Рәшит Әхйәм улы. – Ҡайһы саҡта бөтәһен дә нисек эшләп өлгөрҙөм икән тип тә уйлап ҡуям. Ҡайһы ваҡыт эш урынында ҡуна ҡалырға ла тура килгәне булды.

Ишембайҙа ул осорҙа 12 хоккей майҙансығы була. Беҙҙең хоккейсылар республика турнирҙарында еңеүселәр исемлегендә була. Футбол буйынса ҡала беренселегендә 16 команда уйнай! Күп кенә Ишембай егеттәре Башҡортостандың “Уфимский строитель” йыйылма командаһында була. Тренер Лаврентьевтың бер тәрбиәләнеүсеһе үҙ ваҡытында Башҡортостандың йыйылма командаһы өсөн һәм “Пермская звезда” өсөн уйнай. Аҙаҡ уны ЦСКА-ға саҡыралар. Бына ниндәй юғары кимәлдә була Ишембайҙа футбол! Шулай уҡ баскетболсыларҙың уңыштары тураһында телгә алып китергә кәрәк. Иң яҡшы спортсыларҙың береһе булған Михаил Стрелков һигеҙ йылдан ашыу Башҡортостандың баскетбол буйынса йыйылма командаһында сығыш яһай. Бөгөн ул Ишембай нефть колледжында тренер булып эшләй.

Рәшит Исмәғилев һүҙҙәренсә, ҡаланың һәр предприятие, заводы ниндәйҙер спорт төрө өсөн яуаплы итеп беркетелә. НГДУ, мәҫәлән, футбол, ИЗТМ – биатлон, ИЗНПО – шашка, Ишембай ойоҡ фабрикаһы – еңел атлетика, Ишембай трикотаж әйберҙәре фабрикаһы баскетбол өсөн яуаплы була.

- Ишембай машиналар эшләү заводы директоры булып эшләгән Ғәфүр Сабур улы Шәрәфетдиновты йылы һүҙ менән телгә алаһы килә. Үҙ ваҡытында ул ҡаланың футбол командаһын тулыһынса тәьмин итә ине. Ишембай нефть колледжының спорт залында заманса щиттар һәм электр таблоһын ҡуйҙырта. Үҙе оҫта волейболсы Ишембайҙың йыйылма командаһы капитаны була. Йылға йомғаҡ яһағанда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән спортсыларҙы ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләй. Шулай уҡ тренерҙарға һәм спорт ветерандарына иғтибар бүлә. Ул әле лә спорт саралары менән ҡыҙыҡһына, - ти Рәшит Әхйәм улы.

Муниципаль райондың почетлы гражданины Рәшит Исмәғилев ҡатыны Зилә Хәмит ҡыҙы менән 60 йыл татыу тормош көткәндәр. Ике улдары Радик менән Рөстәм, аталары юлынан китеп, республиканың ирекле көрәш буйынса йыйылма командаһында сығыш яһайҙар. Спорт менән улар ҡаланың спорт һарайында, республика Башлығы Радий Хәбиров менән бергә, тренер Александр Григорьевта шөғөлләнәләр.

Рәшит Әхйәм улы республикала беренсе булып физкультура буйынса методист исемен ала. Башҡортостандың физкультура уҡытыусылары өсөн бер нисә тапҡыр асыҡ дәрестәр ҙә бирә. Ишембай ҡалаһының халыҡ депутаттары Советы депутаты була. БАССР-ҙың физик культура буйынса иң яҡшы хеҙмәткәре тип таныла. “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе, “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән билдәләнә.

Рәшит Исмәғилев әле лә спортҡа битараф түгел. Ул Ишембайҙа үткән барлыҡ спорт ярыштары, спорт секциялары үҫеше менән ҡыҙыҡһына. Йәштәргә әйтер теләктәрен дә еткерә геройыбыҙ:

- Йәш тренерҙар үҙ эшенә тулыһынса бирелеп эшләһендәр ине. Әле Ишембайҙа спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар бар. Берҙәм булырға кәрәк. Ә инде тренерҙар менән ысынлап та спорт менән ҡыҙыҡһынған, уның нескәлектәрен белгән кеше етәкселек итергә тейеш.

 

Фотолар Рәшит Исмәғилевтың шәхси архивынан һәм Алла Казакова фотоһы.

Ишембай спортын үҫтереүсе
Ишембай спортын үҫтереүсе
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: