Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Декабрь 2022, 13:00

Бер юлы – ике ярыш

Шашка донъяһында төрлө система буйынса күп турнирҙар үтә – шәхси, командалы, шәхси-командалы, ҡуласа буйынса, Швейция (Цюрих) һәм Олимпия уйындары. Әйтергә кәрәк, күп илдәрҙә ғаилә старттары уңышлы үҫешкән.

Бер юлы – ике ярыш
Бер юлы – ике ярыш

Ишембайҙа «Шашка уйнаусы ғаилә» турнирын ойоштороу идеяһы тап Яңы Йыл алдынан барлыҡҡа килде. Был осраҡта формат төрлөсә булыуы мөмкин: бер ғаиләнән оло йәштәге кеше һәм бала йәки балалар ғына ҡатнашыуы ихтимал. Өлкәндәрҙән баланың олатаһы, өләсәһе, атаһы һәм әсәһе уйнай ала.
Шулай итеп, ошо 20 йыл эшмәкәрлектә тәү тапҡыр бер ғаилә балалары командаһы составында турнир ойошторорға булдыҡ. Командалар составы – икешәр уйнаусы. Шул уҡ ваҡытта уларҙың барыһы ла Шашка буйынса спорт мәктәбенең тәрбиәләнеүселәре булырға тейеш.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө булманы! 22 команда йыйылды – 5-14 йәштәрҙәге 40-тан ашыу шашкасы. Шул уҡ ваҡытта Яңы Йыл байрамынан файҙаланып, костюмдар конкурсын да ойошторғайныҡ. Шашка таҡтаһы артында ниндәй генә персонажды күрмәнек. Принцесса Көлһылыу менән көс һынашты, Ковбой Бэтменға ҡаршы сыҡты. Бәләкәй Ҡыш Бабайҙар тигеҙ мәрәйҙәргә килешергә теләмәне. Ҡарһылыу яңғыҙ булды, ләкин ниндәй шәп уйнаусы ул. Персонаждарҙың исемлеген айыу, юлбарыҫ, эт, бесәй тулыландырҙы. Ә бына Яңы Йыл символы ҡуян, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә булмай сыҡты. Февралдә яңы турнирҙа уны көтөп ҡалабыҙ. Өс диңгеҙ юлбаҫары бер кемгә лә зыян килтермәне, улар замана персонажы Пикачуға ҡырын ҡарап, план ҡороп, көрһөнөүен дауам итте.
Яңы Йыл костюмдары конкурсында барлыҡ ҡатнашыусыларға ла матур бүләктәр тапшырылды.
Турнирҙа еңеүселәрҙе алҡышлайыҡ, улар – Трамбукиндар ғаиләһенән Михаил һәм Дарья. Икенсе урында – Аитовтар ғаиләһенән Давид һәм Денис. Бронза призға Азалия һәм Амалия Әбделмановалар лайыҡ булды. Алты көслөләр иҫәбенә Барминдар, Михалевтар һәм Таһировтар ғаиләһе керҙе. Ярыш еңеүселәре Почет грамоталары һәм приздар менән билдәләнде. Өҫтәүенә уларға татлы күстәнәстәр һәм турнир сертификаты тапшырылды.
Шулай итеп, был сара тап спортсы ғаиләләр ныҡлығына һәм берҙәмлегенә йүнәлтелде. Күнекмәләргә үҙ ҡустыларын, һеңлеләрен алып килгән йәш спортсылар спорттағы күсәгилешлекте һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлекте яҡшы аңлай. Шуға киләсәктә лә ошо йүнәлештә уңышлы эшләргә өмөтләнеп ҡалабыҙ.

Бер юлы – ике ярыш
Бер юлы – ике ярыш
Бер юлы – ике ярыш
Бер юлы – ике ярыш
Бер юлы – ике ярыш
Бер юлы – ике ярыш
Бер юлы – ике ярыш
Бер юлы – ике ярыш
Бер юлы – ике ярыш
Бер юлы – ике ярыш
Бер юлы – ике ярыш
Автор:Ярыштырҙың баш судьяһы, Джәлил Саҡаев.
Читайте нас: