Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Декабрь 2022, 15:00

Һылыу ҙа, көслө лә ул

Рязань ҡалаһында ҡул көрәше буйынса уҙған Рәсәй чемпионатында Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы Физәлиә Сәғиҙуллина беренсе урын яуланы.

Һылыу ҙа, көслө лә ул
Һылыу ҙа, көслө лә ул

Ярышта илебеҙҙең 44 төбәгенән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Яҡташыбыҙ 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алтын миҙалға лайыҡ булды. Был еңеү уға 2023 йылдың июлендә Астанала уҙасаҡ донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын бирҙе. Физәлиә Ишембайҙа 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлағандан һуң уҡыуын Санкт-Петербург ҡалаһында дауам итә. Ҡул һуғышы менән ҡыҙ 12 йәшенән алып шөғөлләнә.

- Тәүге тренерым Ирина Александровна Филипчева миңә спортсы булараҡ үҫергә ярҙам итте. Тәүге тренировканан һуң был спорт төрө менән мотлаҡ шөғөлләнергә теләнем. Атай-әсәйем тәүҙә был шөғөлөмә ҡаршы төштө, әлбиттә. Бер аҙ йөрөр ҙә, ташлар, тип өмөт иткәйнеләр. Аҙаҡ иһә улар мине дәртләндереп кенә торҙо, - ти яҡташыбыҙ.

Хәҙер инде Физәлиә Сәғиҙуллина Рәсәйҙең спорт мастеры, өс тапҡыр панкратион буйынса Рәсәй чемпионы. 2021 йылда донъя чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ булған.

- Спорт – минең тормош асылым. Унан мин көс, дәрт алам. Рязань ҡалаһында үткән Рәсәй чемпионатына ныҡлы әҙерләндем. Был алтын миҙал миңә Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбенә инеп, донъя чемпионатына юлланыр өсөн кәрәк ине. Көрәштәштәрем менән бик ҡыҙыу дүрт алыш булды. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһен дә ваҡытынан алда еңдем. Еңеүем менән ғорурланам, - ти спортсы.

Әлеге ваҡытта Физәлиә Сәғиҙуллина Ишембайҙа Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында тренер булып эшләй. Спортта тәүге аҙымдарын эшләүсе ҡыҙҙар-малайҙарға үҙ маҡсаттарына табан ҡыйыу барырға кәңәш итә ул.

- Еңелеүһеҙ еңеүҙәр булмай – шуны иҫтә тотоғоҙ. Һәр тырышлыҡ мотлаҡ үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Иң мөһиме – хыялда булған маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырырға кәрәк, - тигән фекерҙә Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы.


Фотолар Физәлиә Сәғиҙуллина архивынан.

Һылыу ҙа, көслө лә ул
Һылыу ҙа, көслө лә ул
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: