Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ноябрь 2022, 13:00

Көслө булһаң, бирешмәҫһең

Башҡортостан — Рәсәйҙә ауыл еренә тренерҙарҙы йәлеп итеү тәжрибәһен индергән тәүге төбәк. Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылда республикабыҙҙа “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Унда ауыл ерендә балалар менән эшләгән спортсылар ҡатнаша.

Көслө булһаң, бирешмәҫһең
Көслө булһаң, бирешмәҫһең

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән 2022 йылда республикала был программа киңәйтелде. Хәҙер 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡала һәм район хакимиәттәре менән хеҙмәт килешеүе төҙөгән тренерҙарға ла бер тапҡыр бирелә торған 600 мең һум аҡса түләнә. Контракт шарттарына ярашлы, тренер ауылда кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. 2023 йылда программа буйынса бүленгән аҡса күләме бер миллион һум тәшкил итәсәк.

Ағымдағы йылдың яҙында Ишембайҙағы 2-се спорт мәктәбенең биш хеҙмәткәре – Нилә Сафина, Заһир Ғарипов, Радик Рәхимов, Марат Зарипов, Александр Кононов, Айнур Кинйәбаев “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашып грантлы булды.

Радик Рафаил улы Рәхимов 2-се спорт мәктәбендә өс йыл грек-рим көрәше буйынса тренер булып эшләй.

- Перегонный ҡасабаһындағы 5-се мәктәп һәм “Нефтсе” совхозындағы 17-се мәктәп директорҙары менән һөйләшеп, бында грек-рим көрәше буйынса секция ойоштороп ебәрҙем. Спорт мәктәбенән ҡуртымға балаҫтар алып, был спорт төрө менән шөғөлләнергә теләүсе малайҙарҙы әйҙәнем, - тип уртаҡлаша тренер.

Радик Рәхимовтың әсәһе тыумышы менән Ишембайҙан. Йәшләй Үзбәкстанға эшкә китеп, шунда ғаилә ҡора. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң әсәһе Башҡортостанға ҡайта. Уның артынса Радик Рәхимов та 2009 йылда Ишембайҙа төпләнә.

- Грек-рим көрәше менән ун йәштә шөғөлләнә башланым. Элек ул классик көрәш тип атала торғайны. 16 йәштә Советтар Союзының спорт мастеры булдым. Ҙур теләк менән шөғөлләнеп, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә инем. Арҡамды ауырттырыу сәбәпле бер аҙ туҡталып торорға тура килде. Ишембайҙа төпләнгәс, спорт һарайына тренировкаға йөрөй башланым. Бер нисә йыл спорттан айырылып икенсе йүнәлештә эшләнем. Шулай ҙа үҙемде һәр ваҡыт тренер итеп күрергә теләй инем. Хәҙер, Аллаға шөкөр, тип яратҡан эшемә киләм, - тип һөйләй Радик Рафаил улы.

“Ауыл тренеры” республика программаһы буйынса бүленгән 600 мең һум аҡсаны ул яратҡан эшенә йүнәлтә – һигеҙ урынлы микроавтобус һатып ала. Секцияла төрлө балалар шөғөлләнә. Ҡайһы берҙәре ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән. Тренер балала спортҡа ҡыҙыҡһыныу күрә икән, уны артабан да шөғөлләнһен өсөн үҙе лә ярҙам итергә тора. Программа ярҙамында һатып алынған микроавтобус та тренер өсөн ҙур ярҙамсы – үҙенән тыш машинаға тағы ете баланы ултыртып ул спорт ярыштарына алып бара. “Балаға спорт менән шөғөлләнеү нимә бирә?” тигән һорауға тренер:

- Спорт малайҙарҙа сәләмәт рух, дисциплина тәрбиәләй. Грек-рим көрәше, ғөмүмән, универсаль спорт төрө ул. Көрәшсе акробат та, гимнаст та була. Беҙ шулай уҡ волейбол, футбол уйнайбыҙ, бассейнға йөрөйбөҙ. Үҙҙәрен спортта күрһәткән уҡыусыларҙы бөтә мәктәп яҡшы белә. Улар уҡыуҙа ла һынатмаҫҡа тырыша. Насар ҡылыҡтарға бирелмәй. Был малайҙар - киләсәктә беҙҙе һаҡлаусылар. Спорт менән шөғөлләнеү шулай уҡ сыҙамлыҡ, ҡыйыулыҡ тәрбиәләй, - тип яуап ҡайтарҙы. – Грек-рим көрәше ул ирегеттәр спорты. Уның менән ун йәштән шөғөлләнә башлайҙар. Шулай ҙа мин был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныуы булған бер баланы ла кире бороп ҡайтармайым. Миндә ҙур теләк менән ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә. Киләһе йыл иреклек көрәше буйынса секция ойоштормаҡсымын. 5-се һәм 17-се мәктәптәрҙә миндә ҡырҡлаған бала шөғөлләнә, зал һәр саҡ тулы. 

Тренер һүҙҙәренсә, 5-се мәктәптән ағайлы-ҡустылы Исмәғил менән Самат Кәримовтар, Дмитрий Куров – алдынғы спортсылар. Савелий Чернов, Айнур Абдрахманов, Илнар Исламғолов, Денис Абдрахманов яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Тәрбиәләнеүселәрҙең спортта эшләгән ҡыйыу аҙымдары, ярыштарҙа алған миҙалдары – тренер өсөн иң ҙур баһа. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Ишембайҙа үткән грек-рим көрәше буйынса СССРҙың спорт мастеры Александр Григорьев приздарына БР чемпионаты һәм республика турнирында Радик Рәхимовтың ике тәрбиәләнеүсеһе өсөнсө урын алған.

- Ишембай районында грек-рим көрәше буйынса минән тыш тағы ике тренер - Заһир Ғарипов һәм Альберт Сәғәҙиев эшләй. Шуға күрә спортсылар араһында конкуренция бар – был яҡшы, әлбиттә, сөнки беҙ бер-беребеҙҙән өлгө алабыҙ, тағы ла яҡшыраҡ булыу теләге лә ҙур була, - тип иҫәпләй Радик Рафаил улы.

Тренер киләсәккә ҙур маҡсаттар менән ҡарай. Яңы мөмкинлектәр асҡан “Ауыл тренеры” республика программаһына, Башҡортостан етәкселегенә рәхмәтле ул.


Автор фотолары.

Көслө булһаң, бирешмәҫһең
Көслө булһаң, бирешмәҫһең
Көслө булһаң, бирешмәҫһең
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: