Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ноябрь 2022, 17:00

Көрәш - милләтебеҙҙең ал биҙәге

Ҡалабыҙҙың 3-сө мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXV Спартакиадаһы сиктәрендә көрәш буйынса ярыш үтте.

Көрәш - милләтебеҙҙең ал биҙәге
Көрәш - милләтебеҙҙең ал биҙәге

Көрәш. Был һүҙгә битараф ҡалған берәйһе бармы икән? Милли көрәш – башҡа төрлө ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар менән бер рәттән милли мәҙәниәтебеҙҙең шаҡтай мөһим өлөшө, йәш быуынды көслө рухлы, дәртле һәм яуаплы итеп тәрбиәләүҙең бер ысулы ла. Ярыш алдынан 3-сө мәктәп директоры Салауат Солтанморатов менән әңгәмәләштек.

- Бөгөн 2008-2010 йылғы уҡыусылар араһында көрәш үтә. Ярыштарҙа барлығы ете команда ҡатнаша. Ни өсөн беҙҙең мәктәптә үтә тип һорарһығыҙ. Сөнки быйыл беҙҙең белем усағында көрәш секцияһы асылды. Был спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр күп. Киләсәктә 3-сө мәктәпте Ишембай ҡалаһы һәм районы буйынса көрәш ярыштарын үткәреү үҙәге итеп күрергә теләйбеҙ. Шуға ла тәүге ярышты үҙебеҙҙә уҙғарырға булдыҡ. Еңеүселәргә аҡсалата бүләкләү ҡаралған, унан тыш миҙалдар һәм грамоталар була. Бағымсылыҡ ярҙамы өсөн “Алтынай” клининг компанияһы етәксеһе Илгиз Ҡашҡаровҡа рәхмәтлебеҙ. Ишембай нефть колледжы тренерҙары ла беҙгә бар яҡлап та булышлыҡ итте, - тине Салауат Ғәфүр улы.

Борон-борондан һәр ырыуҙың үҙ батырҙары, бәһлеүәндәре булған. Улар тураһында хикәйәттәр, риүәйәттәр беҙҙең көнгә килеп еткән. Милли көрәштең тарихы бай һәм тәрән.

Ишембай районы муниципаль районының мәғариф идаралығы методисы Татьяна Хөснөтдинова әйтеүенсә көрәш беҙҙә үҫешмәгән.

- Беҙ был спорт төрөн тергеҙергә уйлайбыҙ. Һәр командала унышар уҡыусы ҡатнаша. Командалар араһында ла, шәхси призерҙар ҙа билдәләнәсәк. Еңеүсе егеттәр
төбәктәр араһында уҙған ярыштарҙа көс һынашасаҡ, - ти Татьяна Николаевна.

- Көрәш – иң боронғо спорт төрҙәренең береһе. Башҡорт көрәшселәре ҡул көсө менән генә күтәреп арҡаһына һала. Тап ошо күренеш – милли көрәштең сағыу биҙәге. Ул ныҡлы, физик яҡтан көслө булырға өйрәтә. Мин көрәш менән 5-се кластан алып шөғөлләнәм. Ағайым көрәш секцияһына йөрөй, уның артынан мин дә эйәрҙем. Былтыр Ишембай районы буйынса үткән ярышта үҙемдең ауырлыҡ категорияһы буйынса беренсе,  ә Күмертауҙа өсөнсө урынға сыҡҡайным. Бөгөн дә тәүге урындарҙың береһен
алырмын, тип уйлайым, - ти Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһыинтернатының 8-се класс уҡыусыһы Тимур Зәйнетдинов.

Шулай итеп еңеүселәр билдәләнде. Ҡала командалары араһында беренсе урынға - 3-сө мәктәп, икенселә - Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы-интернаты, өсөнсө урынға 11-се мәктәп лайыҡ булды. Район мәктәптәре араһында беренсе урында - Көҙән, икенселә Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе командаһы. “Иң йәш көрәшсе”
номинацияһында Руслан Шириязданов, “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында Илнур Хәбибуллин, “Иң яҡшы техник ырғытыу” номинацияһында Тимур Зәйнетдинов
билдәләнде.

Был ярыштар милли көрәште үҫтереүҙә тәүге аҙым ғына. Республикалағы кеүек беҙҙең ҡала-районда ла ул киң үҫеш алыр тип уйлайбыҙ.


Автор фотолары.

Көрәш - милләтебеҙҙең ал биҙәге
Көрәш - милләтебеҙҙең ал биҙәге
Көрәш - милләтебеҙҙең ал биҙәге
Көрәш - милләтебеҙҙең ал биҙәге
Көрәш - милләтебеҙҙең ал биҙәге
Көрәш - милләтебеҙҙең ал биҙәге
Көрәш - милләтебеҙҙең ал биҙәге
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: