

Унда райондың алты мәктәбенән малайҙар командалары көс һынашты. Сәмле уйында спортзал хужалары – Яңы Әптек мәктәбе командаһы еңеүсе булды. Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе командаһы – икенсе, Ишәй уҡыусылары өсөнсө урын алды.
- Мәктәптә уҡыусыларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Бер нисә йыл дауамында беҙҙең ҡыҙҙар һәм малайҙар командалары мини-лапта ярышы буйынса район кимәлендә беренселекте яулай, шулай уҡ төбәк этапта ла призерҙар рәтендәбеҙ, - тип уртаҡлашты Яңы Әптек мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Альмира Слепова. – Мәктәп футболсылары ла маҡтауға лайыҡ – улар мини-футбол буйынса районда береһенә лә алдынғылыҡты бирмәй. Еңел атлетика ярышында ҡатнашыусылар ҙа уңышлы һөҙөмтә күрһәтә.
Альмира Юнир ҡыҙы билдәләүенсә иң мөһиме, уҡыусылар мәктәпте тамамлағандан һуң да спорт менән шөғөлләнеүҙе, сәләмәт тормош алып барыуҙы ташламай. Ауыл
биләмәһе командаһы, үҙҙәре һөнәр алған уҡыу йорттары исеменән ярыштарҙа ҡатнашып, Яңы Әптекте данлайҙар.
Фото Яңы Әптек ауыл мәктәбе архивынан.