

42-се янғын-ҡотҡарыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә йыйылма команда иҫәбендә Ишембай данын яҡланы. Янғын һүндереү машинаһын йөрөтөү буйынса өлкән инструктор Андрей Слапогузов 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында шәхси иҫәптә - икенсе, ҡарауыл начальнигы Николай Николаев 90 килограмдан артыҡ ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урын яуланы. Йәнә бер бронза миҙалды өлкән янғын һүндереүсе Артур Ғилметдинов алды.
- Барлыҡ хеҙмәткәрҙәребеҙ ҙә төп бурысты яуаплы үтәне. Улар район, республика кимәлендә ойошторолған ярыштарҙа теләп ҡатнаша. Район исеменән гер спорты буйынса ярышта ҡатнашыусы егеттәребеҙҙе башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ: эшсән, белемле, көслө, сәләмәт тормош алып бара улар, - тип уртаҡлашты 42-се янғын-ҡотҡарыу бүлеге начальнигы Рөстәм Әлибаев.
Бына ошондай ҡыйыу ҙа, яҡшы физик әҙерлекле лә янғын һүндереүселәр һаҡлай ишембайҙарҙы ут ялҡынынан!
Фото 42-се янғын-ҡотҡарыу бүлеге архивынан.