Спорт
8 Октября 2022, 12:00

Башҡортостан кубогында еңеү

Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайының УНИБОС берләшмәһендә шөғөлләнеүсе балалар ҡул һуғышы буйынса Бөрөлә үткән Башҡортостан кубогында 12 миҙал яуланы.

Башҡортостан кубогында еңеүБашҡортостан кубогында еңеү
Башҡортостан кубогында еңеү

Ярыштарҙа республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Өфө, Яр Саллы, Ҡазан ҡалаларынан 18 команда – барлығы 350-нән ашыу йәш спортсы ҡатнашты.

Алексей Гомзов һәм Азалия Вафиева үҙ йәш төркөмдәрендә һәм ауырлыҡ категорияларында еңеүсе булһа, Арсен Уразов, Нурислам Һөйәрғолов, Эмил Исламғолов һәм Азалия Хәйруллина көмөш миҙал яуланы. Лев Грибовский, Эмиль Рәсүлов, Дмитрий Фокин, Ислам Дәүләтбаев, Полина һәм Софья Шишкиналар бронза миҙал алды. Нурислам Һөйәрғолов 12 йәшлек һәм унан өлкәнерәк спортсылар араһында ҡул һуғышы буйынса Волга буйы федераль округы беренселегендә ҡатнашыу өсөн юлламаға лайыҡ булды. Ярыштар ағымдығы йылдың ноябрендә Өфөлә үтәсәк.

Дөйөм команда зачетында тренер Физалиә Сәғиҙуллина тәрбиәләнеүселәре икенсе урын яуланы.

 

Фото Физалиә Сәғиҙуллина архивынан

Башҡортостан кубогында еңеү
Башҡортостан кубогында еңеү
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас