Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Октябрь 2022, 15:00

Ишембай ғорурлығы ул!

81 йәшлек яҡташыбыҙ Рауил Миһрановты ишембайҙар яҡшы белә – районда уҙғарылған еңел атлетика ярыштарында ул һәр ваҡыт ҡатнаша. Ошо көндәрҙә лә сираттағы еңеү менән Мәскәүҙән ҡайтты.

Ишембай ғорурлығы ул!
Ишембай ғорурлығы ул!

18 сентябрь көндө илебеҙҙең баш ҡалаһында уҙған Мәскәү марафонында 19 мең кеше ҡатнашты. Йүгеректәрҙе 40 мең самаһы көйәрмән дистанция буйына дәртләндереп торҙо. 80 йәштән өлкән йүгеректәр төркөмөндә ҡатнашыусы Ишембай марафонсыһы Рауил Миһранов ир-егеттәр араһында икенсе урын яуланы. 42 километр араны ул биш сәғәт тә 38 минут эсендә уҙҙы.

- Мәскәүгә был юлы яҡташыбыҙ – саңғы буйынса спорт мастерына кандидат Рушан Хөснөтдинов менән юлландым. Уның өсөн бындай күләмле ярышта ҡатнашыу беренсегә булһа ла, ул үҙен лайыҡлы тотто. Киләһе йылға ла Мәскәү марафонына бергәләп барырға һөйләштек, - тип уртаҡлашты Рауил Зарип улы.

Миһранов өсөн йүгереү – тормош мәғәнәһе. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәндәй, ниндәй генә ауырыуҙар кисермәһен, ул һәр ваҡыт яҡшы физик формала, күтәренке кәйефтә. Рауил Зарип улы сығышы менән Көйөргәҙе районынан. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, ул 5 саҡрым алыҫлыҡтағы күрше ауылға йөрөп уҡый. Тап шул саҡта үҫмерҙә саңғы спортына, йүгереүгә һөйөү барлыҡҡа килә. Салауат ҡалаһында училищела уҡыған 16 йәшлек үҫмер республиканың хеҙмәт резервы йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай башлай. Саңғы буйынса спорт мастерына кандидат исемен ала. Йылына өс-дүрт тапҡыр 50 километр арауыҡҡа саңғыла йүгереү ғәҙәти күренеш була. Етмешенсе йылдарҙа Ишембайға йәшәргә күсеп, ун йыл Салауатҡа йөрөп эшләй. Туҡһанынсы йылдарҙа Ишембай трикотаж әйберҙәре фабрикаһында спорт хеҙмәткәре булып эш башлай, фабрика эсендә спортты ойоштороп, хеҙмәткәрҙәр йыйылма командаһын барлыҡ ярыштарға әҙерләй. Аҙаҡ ҡаланың машиналар эшләү заводына урынлаша. Саңғы буйынса республика йыйылма командаһына эләгеп, ярыштарға йөрөй. Дүрт-биш йылдан һуң еңел атлетикаға күсеп, иғтибарын йүгереүгә йүнәлтә.

Ишембай марафонсыһының юлын дауам итеп, ейәне Роберт Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡул алышы буйынса тренер булып эшләй, спорт мастерына кандидат. Өфө нефть-техник университетында уҡып йөрөүсе ейәне Дмитрий биатлон буйынса йәштәр араһында республика йыйылма командаһында сығыш яһай.

Рауил Зарип улы менән әңгәмә мәлендә шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте – ул нисәнсе йылда ниндәй ярышта нисә километрҙы күпме ваҡытта йүгереп уҙыуын яҡшы хәтерләй. Еңел атлетика менән шөғөлләнеү Рауил Зарип улы өсөн Рәсәйҙең төрлө ҡалаларын, Испания, Италияны күреп ҡайтыу мөмкинлеген дә биргән. Бөтәһе ике йөҙгә яҡын марафонда ҡатнашҡан ул.

Спортсыға артабан да дәрт-дарманы һүнмәй, йәштәргә өлгө булып, бик күп старттарға баҫып, алдынғы булыуын теләйбеҙ.


Автор фотоһы һәм Рауил Миһрановтың шәхси архивынан.

Ишембай ғорурлығы ул!
Ишембай ғорурлығы ул!
Ишембай ғорурлығы ул!
Ишембай ғорурлығы ул!
Ишембай ғорурлығы ул!
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: