Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Август 2022, 12:00

Тырыштар еңеү яуланы

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың "Нефтсе" стадионында Ауыл спорт уйындары иҫәбенә өҫтәл теннисы буйынса ярыштар уҙҙы.

Тырыштар еңеү яуланы
Тырыштар еңеү яуланы

Ярышта ҡатнашыу һәм беренсе урын өсөн һигеҙ ауыл биләмәһенән командалар килде. Бөтә командалар ҙа тырышып көрәште һәм көс һынашты. Уйын бер тында үтте. Ныҡышмалы көрәштә иң яҡшылар араһында:

1-се урын - Байғужа ауыл советы, 2-се урын - Әрмет ауыл советы, 3-сө урын - Ишәй ауыл советы.

Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

 

Фото: https://vk.com/public215385375

Тырыштар еңеү яуланы
Тырыштар еңеү яуланы
Тырыштар еңеү яуланы
Тырыштар еңеү яуланы
Тырыштар еңеү яуланы
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: