Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Август 2022, 14:00

“Хәрәкәттә – бәрәкәт”, - ти ГТО-ға тест үтеү үҙәге администраторы Дилә Иманғолова

Күптәр өсөн спорт - тормош, кемгәлер - хобби, ә кемгәлер күп ҡыҙыҡһыныуҙарҙың береһе, әммә, спорт һәр саҡ файҙа килтерә. Ул үҙ-үҙеңде еңеү ҙә, үҙеңдең һаулығың һәм тәнең тураһында хәстәрлек күреү ҙә. ГТО-ға тест үтеү үҙәге администраторы Дилә Иманғолова өсөн спорт - ул йәшәү рәүеше лә, хеҙмәт урыны ла.

“Хәрәкәттә – бәрәкәт”, - ти ГТО-ға тест үтеү үҙәге администраторы Дилә Иманғолова
“Хәрәкәттә – бәрәкәт”, - ти ГТО-ға тест үтеү үҙәге администраторы Дилә Иманғолова

Дилә Сабирйән ҡыҙы Тирмән-Йылға ауылында тыуып үҫә. Хеҙмәт юлын ауылда балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай, артабан хеҙмәт юлын “Витязь” машина эшләүселәр компанияһында дауам итә. Ошо йылдарҙа ул үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата, бер ни тиклем ваҡыттан һуң йәштәр өйләнешә. Ике балаға ғүмер бирәләр. Ун биш йыл тирәһе эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә Иманғоловтар. Ҡыҙғанысҡа күрә, 36 йыл бергә татыу ғүмер иткәндән һуң, Дилә Сабирйән ҡыҙының тормош иптәше ҡаты ауырыуҙан донъя ҡуя.

- Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булдым. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ саңғы ярыштарында ҡатнаштым, еңел атлетика менән шөғөлләндем. Хәҙер инде ете йыл ГТО-ның тест үткәреү үҙәгендә эшләйем. Эшем оҡшай, ул минең икенсе өйөм кеүек. Ямғырмы-ҡармы ярыштарға сығабыҙ. Судьялыҡ эше лә етерлек, - ти Дилә
Иманғолова.

Йылдан-йыл “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы сараларында ҡатнашырға теләүселәр Ишембай ҡалаһы һәм районында арта ғына бара, значок алыусылар ҙа күп. Хәҙер кешеләр сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға һәм спортҡа нығыраҡ иғтибар итә. Ҙур булмаған көсөргәнеш тә сәләмәтлекте нығыта һәм үҙеңде тонуста тотоу мөмкинлеге биреүен күптәр аңлай. Ә ГТО нормалары модалы йүнәлеш булырға тейеш, тәү сиратта йәштәр өсөн.

- Кемдер алтын значокка дәғүә итә алмай икән, теләге булһа, киләһе йыл ҡайтанан ГТО нормаларының туғыҙ төрөн тапшыра ала. Барыһы ла уларҙың ҡулында. Тырыштар булдыра. Спортҡа һөйөү бала саҡтан уҡ тыуа. Балаларығыҙ менән бергә спорт менән шөғөлләнеүегеҙ яҡшы, сөнки кескәйҙәр өлкәндәрҙең улар менән бергә шөғөлләнеүен бик ярата, - ти Дилә Сабирйән ҡыҙы.

Күптән түгел, Дилә Иманғолова Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн һәм 60 йәшлек юбилейы айҡанлы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ ГТО-ның 90 йыллығы уңайынан иҫтәлекле миҙалы менән дә билдәләнде. Дилә Иманғолова, спорттан тыш баҡса, гөл үҫтереү, бәйләм менән дә шөғөлләнә. Кофта, бейәләй-башалтайҙарҙы, шәлдәрҙе балалары, яҡындары яратып кейә. Эшендә бүлмәләре төрлө гөлдәр менән тулған. Пенсия йәшендә булһа ла йәйәүләп йөрөргә ярата. Уҡтан, винтовканан атыу буйынса ла оҫта.

- Хәрәкәттә – бәрәкәт, ти бит халыҡ. Хаҡлы ялда булһам да, эшемде ташларға йыйынмайым. Кешеләр араһында булыу, көн дә яратҡан эшеңә йөрөү миңә көс, дәрт өҫтәй, - ти Дилә Сабирйән ҡыҙы.

 

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: