Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Август 2022, 13:00

Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ

Киләсәк быуын сәләмәт тормош рәүеше алып барһын, спорт һәм физкультураны үҙ итһен өсөн районыбыҙҙа ҙур эштәр башҡарыла. Ошо уңайҙан Маҡарҙа «Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә команда уйындары өсөн күп функциялы, уңайлы спорт майҙансығы асылды. Шулай уҡ бында бөтә йәштәге спорт һөйөүселәргә тренажерҙар, йомшаҡ ҡатламлы йүгереү юлы ҡуйылды.

Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ
Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ

Майҙансыҡты асыу тантанаһында Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ хужалығы коммуникациялары буйынса урынбаҫары Салауат Хәйретдинов, «УРАЛСТРОЙГРУПП» подрядсы ойошмаһы етәксеһе Ратмир Фәхриев, Маҡар ауыл биләмәһе советы рәйесе Эльвира Иманғолова һәм бағыусылар ҡатнашты.

- Спорт майҙансығын төҙөүҙе юҡҡа ғына мәктәп биләмәһендә һайламаныҡ. Сөнки уҡыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре физкультура менән шөғөлләнә аласаҡ. Бында күмәк спорт төрҙәрендә, футбол, волейбол, баскетбол да уйнап буласаҡ. Майҙансыҡ буйынса ҡайһы бер етешһеҙлектәр бар, подрядсы ойошма уны тиҙ арала бөтөрөр тип ышанабыҙ, - тине Салауат Рәхим улы.

Артабан ул спорт майҙансығын төҙөүҙә ярҙам иткән бағыусылар Ринат Фаат улы һәм Лия Хәмит ҡыҙы Раймановтарға рәхмәт хаты тапшырҙы.

Эльвира Риф ҡыҙы ла балаларҙы был ҙур бүләк менән ҡотлап, майҙансыҡты төҙөү эшендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

- Район хакимиәтенә, бағыусыларға, подрядсы ойошма етәкселегенә ҙур рәхмәтлебеҙ. Балалар, былар барыһы ла һеҙҙең өсөн, спортты яратығыҙ, һау-сәләмәт булып үҫегеҙ, ҡорамалдарҙы һаҡлағыҙ, - тине ул.

Уның ҡулынан «УРАЛСТРОЙГРУПП» подрядсы ойошмаһы етәксеһе Ратмир Фәхриев, бағыусылар һәм спорт өлкәһендә ҡаҙаныштар яулаған уҡыусылар рәхмәт хаттары
менән бүләкләнде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «БР ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә быйыл өс ауыл советы биләмәһе конкурста еңде. Беренсе майҙансыҡ Верхотор ауылында файҙаланыуға тапшырылғайны, икенсеһе - Маҡарҙа, яҡын арала Ҡолғонала асыласаҡ.

 

Автор фотолары

Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ
Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ
Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ
Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ
Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ
Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: