

Бөгөн таныштырасаҡ ҡунағыбыҙ кино геройҙарынан бер ҙә кәм түгел. Бөрйән районы Нәби ауылында тыуып, Ишембай ҡалаһында үҫкән Рөстәм Сатвалов илдә яңыраҡ популярлыҡ яулаған пауэрлифтинг менән шөғөлләнеүсе спортсы булараҡ билдәле. Әлеге көндә яҡташыбыҙ Ишембай нефть-газ сығарыу идаралығында мастер булып эшләп йөрөй.
- Рөстәм, һеҙҙе был спорт төрөнә нимә дәртләндерҙе? Бала саҡ хәтирәләре менән дә уртаҡлашып китһәгеҙ ине?
- Үҙемде бәләкәй саҡтан уҡ сыныҡтырҙым – мин шөғөлләнеп ҡарамаған спорт төрө булмағандыр. Футбол, волейбол, бокс, кикбоксинг, каратэ, йүгереү, саңғыла йөрөү... Шуға ла муниципаль район ярыштарында күп ҡатнаштым. 14 йәштән атайым менән төҙөлөштә эшләнем, ауыр әйберҙәр күтәрергә тура килде. Бер саҡ глянец тышлы журнал табып алдым, унда бодибилдинг легендаһы Арнольд Шварценеггерҙың фотоһы бар ине. Ҡойоп ҡуйған иҫ киткес һын! Ошо саҡта үҙемдә ниндәйҙер дәрт тойҙом, әлбиттә, артабан мускулдарҙы нығытыу өсөн үҙаллы төрлө күнекмәләр эшләй башланым. 9-сы класты тамамлағандан һуң, һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Ятаҡтың беренсе ҡатында урынлашҡан спорт залында йыл ярым тирәһе шөғөлләндем. Һуңынан «Шанс» клубына күстем. Шулай итеп, күнекмәләр залы минең икенсе өйөмә әйләнде, тиһәң дә була.
- Күптәр «пауэрлифтинг» тигән терминдың төшөнсәһен аңлап етмәй. Спорт төрө булараҡ ул ниндәй компоненттарҙы үҙ эсенә ала?
- Пауэрлифтинг инглиз һүҙенән барлыҡҡа килгән: power - «көс, ҡеүәт», lifting - «күтәреү». Йәғни спортсы иң юғары ауырлыҡты күтәрергә ынтылырға тейеш. Был спорт төрөндә үҙ-ара көс һынашыу шунан тора. Аңлатып әйткәндә, спортсылар үҙ ауырлыҡ категорияһында пауэрлифтингҡа ҡараған өс төр буйынса ярыша. Тәүҙә улар штанганы яурынына һалып сүкәйеп тора, артабан эскәмйәгә ятып уны баш осона күтәрә. Һуңғы этапта штанганы иҙәндән күтәреп, аяҡ өҫтө баҫалар. Еңеүселәр тап ошо өс күнекмә буйынса билдәләнә.
- Рөстәм, иң тәүге сығышығыҙ ҡайҙа һәм ҡасан булды?
- Йәштән шөғөлләнһәм дә, армияға тиклем сығыш яһарға тура килмәне. 17-18 йәштәрҙә Өфөлә үткән сарала ҡатнашып, спорт мастерлығына кандидатлыҡ нормаларын үтәргә теләк тә бар ине. Һамар өлкәһендә хеҙмәт иткән саҡта Рощинский ҡасабаһында пауэрлифтинг буйынса асыҡ чемпионатта үҙ көсөмдө һынап ҡарамаҡсы булдым. Әйтергә кәрәк, был ҡасабала спорт клубының эшмәкәрлеге бик оҫта ойошторолған. Унда мин яңы дуҫтарымды, фекерҙәштәремде таптым. Клубтың атҡаҙанған тренеры – күп чемпиондарҙы тәрбиәләгән спортсы. Шул уҡ ваҡытта армияла гер күтәреү буйынса ла ярыштар ойошторола торғайны, унда ла уңышлы ҡатнашып барҙым... Хеҙмәт бурысын үтәп, тыуған яғыма әйләнеп ҡайтҡас, республика ярыштарында, чемпионаттарында сығыш яһай башланым. Һөҙөмтәләр ҙә ҡыуанырлыҡ булды – призлы урындар, Башҡортостан чемпионы исемен һәм кубогын яулауға өлгәшелде. 2006 йылда 23 йәшкә тиклемге егеттәр араһында үткән Рәсәй чемпионатына барҙым. Унда ҡатнашыуымдың маҡсаты – спорт мастерлығына кандидатлыҡ нормаларын үтәү. 810 килограмлыҡ ауырлыҡ күтәрергә кәрәк ине. Мин юғарыраҡ һөҙөмтә күрһәтеп (815 килограмм), спорт мастеры тигән танытма алдым. Артабан 2010 йылда Ижевскиҙа Рәсәй кубогы өсөн ярышта – икенсе, Новосибирскиҙа Рәсәй беренселегендә дүртенсе урын яуланым. 2011 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында Рәсәй кубогында еңеүсе булып танылдым. 980 килограмлыҡ ауырлыҡ күтәреп, Халыҡ-ара спорт мастеры нормативын үтәнем. Әлбиттә, төрлө сәбәптәр арҡаһында сығыш яһамаған йылдар ҙа булманы түгел... 2013 йылда «Шанс» клубында егеттәргә күнекмәләр үткәрергә лә тура килде. Һуңынан уларҙы Башҡортостан чемпионатына алып барҙым. Беҙ унда ҡалалар араһында өсөнсө урынға лайыҡ булдыҡ.
- Әйткәндәй, һеҙ «көс экстримы» менән дә танышһығыҙ. Ошо хаҡта бер нисә һүҙ.
- Эйе, минең өсөн көс экстримы кеүек спорт-шоуҙарҙа ла ҡатнашыу ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс. Был спорт төрөнөң вәкилдәре автомобиль, бүрәнә кеүек төрлө ауырлыҡтағы нәмәләрҙе күтәреп, ваҡытҡа ярыша. Легендар бәһлеүән – «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» титулын йөрөтөүсе Эльбрус Ниғмәтуллинды белмәгән кеше юҡтыр. Уның менән бер нисә йыл элек Ишембайҙа, «Подметки» гәзите редакцияһында танышҡайныҡ, шунан бирле яҡын дуҫтарбыҙ. Күпмелер ваҡыт уҙғас, Эльбрус ағай Өфөлә Башҡортостан адвокаттары коллегияһына 90 йыл тулыу уңайынан ойошторолған күргәҙмә ярышҡа саҡырҙы. Ҙур сарала илдең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтар ҙа күп ине. Унда мин машина күтәрҙем. Шулай уҡ Ырымбурҙа, Силәбелә, Надымда һәм башҡа төбәктәрҙә үткән шоуҙарҙа ла сығыш яһалды. Ҡалаларҙың тәүгеһендә (2010 йыл) беренсе урын алыуға өлгәштем. Шуныһы ҡыҙыҡ, Надымда (2014 йыл) пауэрмен йәки арктик ярыштар 20 градуслыҡ һыуыҡта ойошторолдо. Унда 10 спортсы араһынан бишенсе урынға сыҡтым.
- Рөстәм, һеҙ халыҡ алдында оҙаҡ ҡына сығыш яһамай торҙоғоҙ... Һәм яңыраҡ яуланылған ҡаҙаныштарығыҙ тураһында тағы ишетеп ҡыуандыҡ.
- 2014 йылда Яңы Георгиевка ауылында йорт һала башланым, шуға ла спортҡа ваҡыт ҡалманы. Әлбиттә, өйҙө үҙ ҡулдарым менән төҙөү миңә ҙур кинәнес килтерҙе. 2015 йылда ғаиләм менән шунда күстек. Унан килеп балалар тәрбиәләүгә лә ваҡыт кәрәк... 2021 йылдың декабрендә Өфөгә көс экстримы буйынса ярышҡа саҡырғайнылар, ләкин ул финанс ауырлыҡтар арҡаһында 2022 йылға күсерелде. Шулай ҙа мин пауэрлифтинг буйынса донъя һәм Европа чемпионы, халыҡ-ара спорт мастеры Риф Ғәҙиев иҫтәлегенә бағышланған асыҡ чемпионатта беренсе урын алдым.
- Йорт тураһында һүҙ сыҡҡас, әйҙәгеҙ, ғаиләгеҙ менән дә танышып үтәйек.
- Иң ҙур терәгем – ҡатыным Лиана, еңеүҙәремдең яртыһы – уныҡы. Пауэрлифтинг, көс экстримы кеүек спорт төрө менән шөғөлләнеүселәргә үҙенсәлекле туҡланыу, калориялы аш-һыу талап ителә. Шуға ла ҡатыныма күп көс төштө. Юҡҡа ғына, ижад, спорт кешеһенең уңышлығы яҡшы тыл булыуҙа, тип әйтмәйҙәрҙер. Салауат ҡалаһы һылыуы менән 2008 йылда таныштым. 2010 йылда мөхәббәт емешебеҙ булып, тәүге улыбыҙ Искәндәр тыуҙы. Артабан 2016 йылда – Бакир, 2019 йылда Батыр донъяға килде. Олобоҙ ҡаланың Спорт һарайында грек-рим көрәше менән шөғөлләнә. Балаларға спорт юлына аяҡ баҫығыҙ, тип ҡушмайым, ләкин өйҙә уларға еңелсә күнекмәләр үткәрәм... Шулай уҡ, һүҙемде йомғаҡлап, миңә көс-дарман өҫтәүсе ата-әсәйемә – Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙына һәм Фәрғәт Әнүәр улына оло рәхмәтемде еткерәм. Атайым Бөрйәндеке булһа ла, үҙ бәхетен һәм урынын тап Ишембайҙа тапҡан.
- Рөстәм, әңгәмәнән пауэрлифтинг, көс экстримы тураһында күп мәғлүмәт алдыҡ, рәхмәт. Һеҙгә артабан донъя үрҙәрен яуларға яҙһын!