Спорт
2 Июль 2022, 05:00

Яҡташтар еңеү менән ҡайтты

Ағиҙел ҡалаһында VII Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙары спартакиадаһы үтте – унда төбәктән барлығы 17 ҡала һәм район командалары ҡатнашты. Ярышта ҡалалар араһында беренсе урынды – Салауат командаһы, икенсене – Өфө пенсионерҙары, өсөнсө урынды нефтекамалар яуланы.

Яҡташтар еңеү менән ҡайттыЯҡташтар еңеү менән ҡайтты
Яҡташтар еңеү менән ҡайтты

Муниципаль райондар араһында үткән бәйгелә беренсе урынды – әлшәйҙәр, икенсе урынды ҡариҙелдәр алһа, өсөнсө урында – Борай командаһы. Ҡала муниципаль округтарына килгәндә, пьедесталдың иң түрендә Ишембай пенсионерҙары булды. Ошо уҡ категорияла икенсе урынға – Дүртөйлө командаһы, өсөнсө урынға Бөрө пенсионерҙары сыҡты.

- Ишембай пенсионерҙары командаһын беренсе урын яулауҙары менән ихлас ҡотлайым. Комплекслы эстафетала беҙҙең ветерандар икенсе урын алды, - тип уртаҡлашты йыйылма команда тренеры Йәлил Сакаев. – Шәхси зачетта ишембайҙар бер көмөш, дүрт бронза миҙал менән бүләкләнде.

VII Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙары спартакиадаһында ҡатнашҡан команда составында Рауил Миһранов, Роза Яҡупова, Виктор Соломко (Ишембай нефть колледжы), Камил Юнысов (ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы), Дәрүиш Хәйбуллин (Әхмәр ауылы), Гөлсәсәк Ямалетдинова, Роза Шаньязова (Ишембай махсус белем һәм тәрбиә биреү учреждениеһы) һәм Миңлегөл Янбаева (Ҡанаҡай ауылы) көс һынашты.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас