Спорт
27 Май 2022, 07:00

Спорт легендаһына Рәхмәт хаты

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Спорт көрәше федерацияһының ветерандар советы рәйесе Нурулла Хисмәтуллинға Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Спорт легендаһына Рәхмәт хатыСпорт легендаһына Рәхмәт хаты
Спорт легендаһына Рәхмәт хаты

Ирекле көрәш буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Нурулла Кәлимулла улының исеме республиканың спорт ҡаҙаныштары тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған. Сөнки был юғары исемде ул Башҡортостанда иң беренсе булып яулаған. Күп һанлы уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, физик культура һәм спорт вәкилдәре уны ысын мәғәнәһендә спорт легендаһы тип атай.

Бәләкәй сағында ауылдарҙа үткән һабантуйҙарҙа көрәшселәрҙе ситтән күҙәтеү, йылдар үткәс, уны ҙур спортҡа алып килә лә инде. Ул ваҡытта көрәш алымдарына өйрәтеүсе уҡытыусыһы ла булмай. Бары тик тәржибәле көрәшселәрҙе ҡарап йөрөп, күңеленә яҡын был шөғөлдөң серҙәрен асырға тырыша ауыл малайы. Мәктәптә уҡыған сағында үҙе лә көрәш майҙанына сығырға батырсылыҡ итә. Бер нисә егетте еңеп, араларында хатта армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡаны ла була, үҫмер таҫтамал менән бүләкләнә.

Башта Нурулла Хисмәтуллин грек-рим көрәше менән шөғөлләнә башлай, аҙак иреклегә күсә. Һәм биш йылдан һуң, 1963 йылда, армияла “СССР-ҙың спорт мастеры” исеменә лайыҡ була. Ташкентта спорт ротаһында хеҙмәт иткән осорҙа Үзбәкстан спартакиадаһында еңеү яулай.

Көрәш Нурулла Хисмәтуллиндың тормошона нығыраҡ үтеп инә, киләсәген ул спортһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Хәрби бурысын үтәп, Салауат ҡалаһына ҡайтҡас та ярыштарҙа ҡатнашып бер-бер артлы бейеклектәр яулай. Салауат Юлаев призына Бөтә Рәсәй турнирында ғына яҡташыбыҙ дүрт тапҡыр еңеүсе була. 36 йәшкә тиклем
көрәшеп йөрөһә, аҙаҡ үҙе һымаҡ көрәшселәр тәрбиәләүгә күсә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла байтаҡ ғүмерен йәш быуын араһында көрәшселәр үҫтереүгә арнай.

Алдына маҡсат ҡуйып уға өлгәшә белгән тәжрибәле көрәшсе тренерлыҡ эшен дә юғары кимәлдә ойоштора. Уның уҡыусылары араһында республика, Бөтә Рәсәй ярыштары чемпиондары, призерҙары аҙ түгел. Бөгөн ул шул егеттәрҙең уңыштарын күреп ҡанатланып йәшәй.

Спорт легендаһына Рәхмәт хаты
Спорт легендаһына Рәхмәт хаты
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас